Көслө рухтан үрнәк алырлыҡ24.08.2013
Ай башында София ҡалаһында уҙған Сурдолимпия уйындарында Рәсәй командаһы бик ҙур уңыштарға өлгәшеп бихисап миҙалдар яулағайны. Башҡортостан спортсылары ла ил командаһына үҙ өлөшөн мул ғына индерҙе: туғыҙ алтын, бер көмөш һәм биш бронзаға лайыҡ булды улар.
Кисә Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә еңеүселәр һәм уларҙың тренерҙары менән осрашыу булды. Йыйылма команда ағзалары Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев һәм республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта менән аралашты.
— Беҙҙә матур йола бар: ҙур ярыштарҙа еңеп ҡайтҡан спортсылар менән һәр ваҡыт Президент осраша. Бөгөн дә уның һеҙҙе күреү теләге ҙур ине, тик башҡа мәшәҡәттәр сәбәпле килә алманы. Ләкин һеҙҙең барлыҡ теләк-һорауҙарығыҙҙы уға еткерәсәкбеҙ, — тине Марат Мәһәҙиев.
Вице-премьер республикала спорт үҫеше, төҙөлгән яңы объекттар тураһында һөйләне.
— Халыҡ спорт менән күпләп шөғөлләнһен өсөн бөтә шарттарҙы булдырырға тырышабыҙ. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырабыҙ. Әле республикала ҙур паралимпия үҙәге төҙөлә, уны 2014 йыл аҙағында тапшырырға тейешбеҙ, — тине ул. — Һеҙҙән барыһы ла өлгө алырға тейеш. Һаулығығыҙға бәйле проблемалар булыуға ҡарамаҫтан, бирешмәй алға бараһығыҙ, улай ғына ла түгел, ҙур еңеүҙәргә өлгәшеү өсөн көс табаһығыҙ. Был ҙур баһаға лайыҡ.
Андрей Иванюта спортсыларҙы уңыштары менән ҡотланы.
— Бөгөн залда мыҡты кәүҙәле, көслө рухлы кешеләрҙе күреү шатландыра. Башҡортостан спортына индергән өлөшөгөҙ ҙур, шуның өсөн рәхмәт. Беҙҙең йәштәр, үҫмерҙәр һеҙҙән өлгө алырға тейеш, — тине ул.
Осрашыу йәнле һөйләшеүгә күсте. Спортсылар үҙ теләктәрен еткерҙе. Уларға шөғөлләнеү өсөн махсус урындар, спорт инвентары кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр республика уҡыу йорттарына инеүҙә лә ярҙам һораны.


Вернуться назад