Ҡыуаныстары сикһеҙ21.08.2013
Илеш районы тураһында һүҙ сыҡһа, иң беренсе иге-сиге күренмәгән иген баҫыуҙары күҙ алдыма килеп баҫа. Хәйер, илештәр һәр йәһәттән уңған. Мәҫәлән, күптән түгел Ейск ҡалаһында йәш футболсылар араһында ойошторолған уйында һынатмағандар, әле Стәрлетамаҡтағы ярышҡа әҙерлек етди бара. Күптән түгел ошо тарафтарҙа булғанда, йәнә уларҙың шатлыҡтары менән уртаҡлаштыҡ.

Район үҙәге Үрге Йәркәйҙең яңы биҫтәһендә физкультура-һауыҡтырыу үҙәген асыу тантанаһына олоһо ла, кесеһе лә күп килгән. Мыҡты кәүҙәле, шат йөҙлө спорт кейемендәге үҫмерҙәр оҙаҡламай үтәсәк футбол уйыны хаҡында ҡыҙыу бәхәсләшә, яҡташтарының еңеренә һис тә шикләнмәй. "Футбол, волейбол уйындарын яратам, – тип һөйләй 2-се мәктәптең өлкән класс уҡыусыһы Айнур Мәғләров. – Быға тиклем, көндәр яҡшы булғанда, мәктәп майҙанында туп типтек, хәҙер, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ФОК-та мини-футбол уйнай аласаҡбыҙ. Уның асылыуына шул тиклем һөйөндөк. Киләсәктә спорт йүнәлешен һайларға иҫәбем. Бәлки, уҡытыусы булырмын. Йәки тренер..."
Ысынлап та, физкультура-һауыҡтырыу үҙәгенең файҙаланыуға тапшырылыуын күптәр түҙемһеҙлек менән көттө. Ни өсөн тигәндә, быға тиклем спортты үҙ итеүселәр бассейнға ғына йөрөнө, спорт мәктәбендә генә шөғөлләнде.
Сменаһына 80-дән ашыу кешене ҡабул итерлек заманса физкультура-һауыҡтырыу үҙәге "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы ярҙамында төҙөлгән. Дөйөм майҙаны – 2366,8 квадрат метр. Мини-футбол, гандбол, волейбол, баскетбол уйындары өсөн шарттар етерлек, гимнастика һәм күнекмә залдары иркен, душ кабинаһы менән буфет та бар. Хоккей ҡабы эшләнгән.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм cпорт министры Андрей Иванютаның һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙер был урында район ғына түгел, республика кимәлендә лә ярыштар ойоштороу өсөн мөмкинлектәр киң, ул спортты үҫтереүгә ҙур аҙым буласаҡ.
Рәсми өлөштән һуң спорт уйындары башланды. Саҡмағош һәм Илеш районы йыйылма командаларының иптәштәрсә осрашыуын – сәмле мини-футболды – көйәрмәндәр ҡыҙыҡһынып күҙәтте.


Вернуться назад