Һаңғырауҙарҙы кем ишетер?17.08.2013
Болгарияла уҙғарылған XXII Йәйге Сурдолимпия уйындары тамамланды. Ярыштарҙың был төрөндә ишетеү мөмкинлегенән мәхрүм булғандар ҡатнаша. Башҡортостандан барған13 спортсы ҙур уңышҡа иреште. Улар 9 алтын, 1 көмөш һәм 5 бронза миҙал яулап, тыуған яҡҡа ҡайтты.

Сурдолимпиада уйындарына нисек әҙерләнеүҙәре, уйындың барышы һәм киләсәккә пландары менән улар матбуғат конференцияһында уртаҡлашты. Унда Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов, спортсыларҙы әҙерләгән дзюдо буйынса тренерҙар Валентин Пегов, Юрий Зубков, каратэ тренеры Рөстәм Мәғәсүмов, еңел атлетика буйынса тренер Ольга Михайлова һәм еңеүселәр ҡатнашты.
— Спортсылар бәйгегә ныҡлы әҙерләнде, беҙҙең өмөттәрҙе аҡланы. Был ярыштарҙан улар спорт мастеры булып ҡайтты, — тине Павел Мөслимов.
— Финанслау кимәле етерлек күләмдә булмауға ҡарамаҫтан, еңеүселәр һаны артты, дүрт йыл элек улар бишәү генә ине, — тине каратэ буйынса тренер Рөстәм Мәғәсүмов. — Беҙҙең спортсылар подвалда шөғөлләнә, шуға күрә спорт бинаһы төҙөү көнүҙәк мәсьәлә.


Вернуться назад