Еңеүҙәр алға әйҙәй14.08.2013
Будапешт ҡалаһында фехтование буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Унда Рәсәй йыйылма командаһы берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәне.

Илебеҙ данын яҡлаусылар араһында Башҡортостан спортсыларының да булыуы, әлбиттә, ҡыуаныслы. Һәр береһенең уңыштары тураһында йыш ишетеп торабыҙ. Мәҫәлән, Венгриялағы донъя чемпионатында Артур Әхмәтхужин көмөш миҙал алды. Яҡташыбыҙ американлы Майлз Чэмли-Уотсон менән алышҡан. Артурҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, еңеү һәр саҡ алға әйҙәй, яңы маҡсаттар билдәләргә йүнәлеш бирә.


Вернуться назад