Башҡорт егете — иң көслөһө14.08.2013
Ярым еңел ауырлыҡтағы (54 килограмға тиклем) танылған башҡорт боксеры — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы егете Хәбир Сөләймәнов OPBF версияһы буйынса элекке донъя чемпионы Хуанито Рубилларҙы еңде.

Күп йылдар элек АҠШ-ҡа күсеп киткән Хәбир Сөләймәнов сираттағы алышын Лос-Анджелеста үткәрҙе. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 32 йәшлек боксер тәжрибәле филиппинды мәрәйҙәр буйынса еңде. Дүртенсе раундта нокдаунға ҡолауына ҡарамаҫтан, Хәбир Сөләймәнов унынсы раундта судьяларҙың берҙәм ҡарары менән әллә ни көсөргәнешһеҙ 78 – 72 иҫәбе менән еңеү яуланы.
Әйткәндәй, Хуанито Рубиллар иҫәбендә — 78 алыш, ул “суперсебен” ауырлығында OPBF билбауына эйә, ҡасандыр мексиканлы Хорхе Арсенан ғына мәрәйҙәр буйынса отолған.
Филиппин егетен еңеү — Хәбир Сөләймәновтың алыш тарихында 16-сыһы. Ул ни бары өс тапҡыр ғына еңелеүгә дусар була. Киләсәктә донъя чемпионы исеме өсөн көрәш үткәрмәксе. Ләкин бының өсөн күп кенә аҡса кәрәк. Әлеге көндә Хәбир менән уның игеҙәге Сабир Силәбе һәм Өфө эшҡыуарҙары араһында инвестор эҙләү менән мәшғүл.


Вернуться назад