Ирекле көрәште үҫтереү маҡсатында13.08.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 12 августа Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы вәкилдәре — вице-президенттар Наталья Ярыгина һәм Омар Мортазалиев — менән осрашты. Унда шулай уҡ Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ҡатнашты.
Был көндәрҙә Салауат ҡалаһында ҡыҙҙар араһында ирекле көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры — Иван Ярыгин фонды призына мемориал — үтә. Легендар көрәшсенең ҡатыны ошо ярыштарҙа почетлы ҡунаҡ рәүешендә ҡатнашты.
Республика Президенты менән осрашыуҙа Башҡортостанда ирекле көрәште үҫтереү мәсьәләләре, шулай уҡ Салауатта йәш спортсыларҙың ошо турнирының яҙмышы тикшерелде.
— Һис һүҙһеҙ, беҙ бында Наталья Алексеевнаның Салауат ҡалаһында кесе йәштәге ҡыҙҙар араһында йыл һайын үткәрелеп килгән традицион турнирҙы дауам итеү буйынса башланғысын хуплар өсөн килдек, — тине Омар Мортазалиев. — Беҙгә спорттың был төрөн тап Башҡортостанда үҫтереү бик мөһим. Бының өсөн республикала ныҡлы нигеҙ бар. Һеҙҙең күп кенә ҡыҙҙарығыҙ төрлө ярышта призлы урындар яулап килә. Башҡортостан Президенты менән беҙ ошо теманы тикшерҙек, ирекле көрәште үҫтереү өсөн бөтә шарттарҙы булдырыу тураһында һөйләштек. Ул быйыл уҡ Иглин районының Сыуаш-Ҡобау ауылында спорт залы асырға вәғәҙә итте. Бындағы тренер Иванов бынамын тигән спортсылар әҙерләгән дә инде.
— Беҙҙең фонд көрәште пропагандалау менән шөғөлләнә, — тине Наталья Ярыгина. — Төрлө турнирҙар үткәрәбеҙ, шуның 25-е Красноярскиҙа үтте, шулай уҡ балалар ярыштары уҙғарыуҙы үҙ планыбыҙға индергәнбеҙ. Тыуған ҡалам Салауатта ҡыҙҙар араһында ошо турнирҙың үткәрелеүенә бик шатмын. Йылдан-йыл ул киңерәк танылыу яулар, — тине Наталья Алексеевна.