"Салауат Юлаев": кемдәр килде һәм кемдәр китте?31.07.2013
"Салауат Юлаев": кемдәр килде һәм кемдәр китте?Өфө клубы тағы ла яңыра

"Салауат Юлаев" хоккей клубы миҙгел арауығында байтаҡ ҡына үҙгәреш кисерҙе. Былтырғы ҡайһы бер уйынсыларыбыҙ хәҙер башҡа командаларҙа сығыш яһаясаҡ. Беҙгә килеүселәр араһында ла танылған хоккейсылар байтаҡ. Әммә көйәрмәндәргә үҙгәрештәрҙе баһаларға иртәрәк – был миҙгел башланғас ҡына мөмкин буласаҡ.

Иң тәүҙә "юғалтыуҙарҙы" асыҡлап үтәйек: был юлы ла "Салауат"тың бер нисә йыл дауамында төп терәге һаналған ҡайһы берәүҙәр менән хушлашырға тура килде. Мәҫәлән, һөжүмсе Александр Свитов хәҙер "Аҡ барыҫ"тың төҫтәрен яҡлаясаҡ. Уның беҙҙән китеүенең сәбәбен төшөнөргә була – уйынсының быйыл Өфө клубы менән килешеүе тамамланғайны. Тимәк, Ҡазан клубы уға тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәт хаҡы түләйәсәк.
Ә бына 2008 йылдан юлаевсылар өсөн сығыш яһаған һаҡсы Мирослав Блатяк менән килешеүҙең ни өсөн өҙөлгәнен күптәр аңлап бөтмәне. Әлегә беҙгә килгәндәр араһында уның кимәлендәгеләр юҡ тиерлек. Ә уйынсының китеүе, һис шикһеҙ, ҙур юғалтыуға әйләнеүе ихтимал. Бәлки, етәкселек был аҙым менән клубтың хеҙмәт хаҡы буйынса сығымдарын бер аҙ "енеләйтергә" теләгәндер: ни тиһәң дә, чехтың арзан уйынсыларҙан булмауы көн кеүек асыҡ. Әммә Омскиҙа аҡса һанаманылар һәм хәҙер Блатяк "Авангард" өсөн сығыш яһаясаҡ.
Шулай уҡ юлаевсылар рәтен "CКА"-ға күскән һаҡсы Андрей Кутейкин, "ЦСКА"-ны һайлаған Олег Сапрыкин да ташлап китте. Виталий Атюшов менән Юрий Трубачев "Атлант"ты һайланы. Ә былтыр беҙгә Игорь Григоренкоға алмашҡа килгән Денис Паршинды (плей-офта бер тапҡыр ҙа боҙға сыҡманы) "Торпедо"ға Дмитрий Макаровҡа алмаштыҡ. Әйткәндәй, һуңғыһы — Өфө клубы тәрбиәләнеүсеһе, шуға ла яңылыҡ көйәрмәндәрҙе шатландырмай ҡалмағандыр. Шулай уҡ һаҡсы Иван Баранка менән килешеү өҙөлдө, ул хәҙер НХЛ-ды яуламаҡсы тигән хәбәр ишетелә.
Кемдәр килде һуң Өфө клубына? НХЛ-дан икәүҙе эләктерҙек: "Эдмонтон"дан Теему Хартикайнен һәм "Калгари"ҙан Антон Бабчук хәҙер юлаевсылар өсөн уйнаясаҡ. Әммә дөрөҫөн әйтергә кәрәк: икеһенең дә Төньяҡ Америка лигаһында эштәре маҡтанырлыҡ түгел ине. Бабчук локаут мәлендә хатта "Донбасс" өсөн дә һоҡланырлыҡ уйын күрһәтә алманы. Әммә "Салауат"та улар үҙҙәренең юғары кимәленә сығыр тип өмөтләнергә ҡала.
Шулай уҡ миҙгел араһында Минскиҙың "Динамо"һынан һаҡсы Владимир Денисов, Новокузнецк "Металлург"ының капитаны Александр Мерескин Өфөгә килде. "Атлант"тан һаҡсы Иван Вишневский, ҡапҡасы Алексей Волков хәҙер юлаевсылар рәтендә. Әммә иң һөйөнөслөһө – һуңғы осорҙа "Торпедо" лидерҙарының береһенә әүерелгән яҡташыбыҙ Дмитрий Макаровтың Өфөгә ҡайтыуы булғандыр. "Салауат" өсөн дә ул боҙҙа һынатмаҫ тип ышанабыҙ.
Әйткәндәй, башҡа клубтар ҙа миҙгел араһында тик ятмай, ә бил нығытыу сараһын күрә. Әлбиттә, был йәһәттән иң йылғыры һәр ваҡыттағыса Санкт-Петербург клубы. "Оҙон" аҡса менән әүрәтеп, байтаҡ элекке юлаевсыларҙы үҙенә һалдырып алыуы етмәгән, хәҙер НХЛ-дың төп "йондоҙ"ҙарының береһе Илья Ковальчукты "эләктерҙе". Был уйынсының КХЛ-ға күсеүе Төньяҡ Америкала ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Шулай уҡ ҡасандыр "Авангард" өсөн уйнаған Роман Червенка ла хәҙер был командала. Шулай уҡ "Аҡ барыҫ", "Авангард", "ЦСКА", "Торпедо", "Донбасс" командалары ла һиҙелерлек көс йыйҙы.
КХЛ быйыл да яңы клубтар менән тулыланды. Хорватиянан "Медведшак" ҡушылһа, Владивостокта "Адмирал" исемле клуб барлыҡҡа килде. Әммә улар лиганы көсәйтә алырмы икән, ошо һорау ғына борсой. 2014 йылда Финляндияның Хельсинки ҡалаһынан "Йокерит" клубы ла КХЛ-ға күсергә йыйына. Баҡһаң, уның бер өлөшөн урыҫ байҙары һатып алған икән. Әммә был хәбәргә финдар ғына әллә ни шатланмай, имеш. Ни тиһәң дә, көйәрмәндәр һөйөүен аҡсаға һатып алып булмай, уның өсөн оҙайлы эшмәкәрлек талап ителә шул...


Вернуться назад