Еңеүҙе танырға теләмәйҙәр31.07.2013
Күрәһең, ҡайһы берәүҙәргә түбәнселеккә төшөү бер ни тормай. Студенттарҙың Ҡазанда үткән ХХVII Бөтә донъя йәйге универсиадаһы һөҙөмтәләре менән килешмәүселәр табыла башланы. Имеш, беҙҙең өсөн профессиональ спортсылар – Олимпиада чемпиондары көс һынашты. Шуныһы ғәжәп: был дәғүәселәр – Интернетта ултырған рәсәйҙәр(!) булып сыҡты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй командаһы 250 миҙал яулап (шуларҙың 126-һы – алтын, 67-һе – көмөш, 57-һе – бронза), еңеп сыҡты. Командаларҙа Башҡортостан спортсылары ла бар ине, яҡташтарыбыҙ һынатманы.
Әйтергә кәрәк, ҡыҙҙар-егеттәр уйындарға бар көсөн һалды. Сер түгел, «үҙ йортоңда» ярышыу – икеләтә яуаплылыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, яҡшы һөҙөмтәләр Универсиада башында уҡ күренә ине. Тик бына спортсыларыбыҙға һоҡланыусылар менән бер рәттән уларҙан көлөүселәр ҙә табылды. Имеш, башҡа илдәрҙән спортта саҡ тәүге аҙымдарын эшләгән студенттар килгән ваҡытта беҙҙән вәкил булараҡ Олимпиада чемпиондары сығыш яһай. Ғорурланаһы урынға ватандаштарынан көлөп ултырыусыларҙы күреү үкенесле, әлбиттә. Тик, ни эшләйһең, менталитет шулайҙыр. Әгәр исемлектең иң түбән баҫҡыстарында торһаҡ ни тиерҙәр ине? Был юлы тәнҡитселәрҙең: «Эй, беҙҙә шул инде, спортсыларҙы әҙерләй белмәйҙәр», – тип һуҡранырҙары көн кеүек асыҡ. Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин Универсиадала еңеүселәр менән осрашҡан саҡта «ундай» ватандаштарыбыҙға: «Сүп соҡоп» ултырғансы, үҙҙәре спорт менән шөғөлләнһен», – тип кәңәш бирҙе.
…Нисек кенә булмаһын, илгә дан килтергән студенттарыбыҙға уңыштар теләйек.


Вернуться назад