Бына ниндәй ул бөрйәндәр!31.07.2013
Бына ниндәй ул бөрйәндәр!Йәй. Бөтәһе лә рәхәтләнеп ял иткәндә Әбделмәмбәт мәктәбенең гер күтәреүселәре һаман спорт залында. “Ни эшләйҙәр?” — тиһегеҙме? Улар: Марсель Ибәтуллин, Нәйлә Ғәлина, Айбулат Сөләймәнов, Алина менән Батырша Боҫҡоновтар ал-ял белмәй ярышҡа әҙерләнә. Шулай көс йыя-йыя, улар 25 июнь иртәһендә физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡонов етәкселегендә Беларусь Республикаһының баш ҡалаһы Минскиға гер спорты оҫталары араһындағы донъя чемпионатына юлланды.

Район, зона, республика күләмендә сығыш яһап, тәжрибә туплаған спортсыларыбыҙ сит илдә лә һынатманы. Биш уҡыусы ла, классик йүнәлештә көс һынашып, үҙ йәше һәм ауырлыҡ категорияһы буйынса 1-се урынды алыуға өлгәште. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Тырышлыҡ еңеүҙәргә илтә. Район, республика, ил данын күтәргән Әбделмәмбәт уҡыусылары яңы ерҙәр, яңы ҡалалар күреп, киләсәккә ҙур пландар, матур тәьҫораттар менән ҡайтты.
— Гер күтәреү менән VII кластан шөғөлләнәм. Бына инде дүрт йыл ауыр атлетика менән дуҫмын. Быға тиклем Белорет, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалаларында ярыштарҙа даими ҡатнашып, тик призлы урындар алып киләм. Минскиҙа үткән ярышта 16 килолыҡ герҙе 120 тапҡыр күтәрҙем. Сит илгә сығыуым беренсегә, әммә һуңғыһы булмаҫына ышанам, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты класташым Айбулат Сөләймәнов.
Быйыл IX класҡа барасаҡ Марсель Ибәтуллин да ярыштан ҙур ниәттәр менән ҡайтҡан.
— V класта уҡығанда өлкән ағайҙарға эйәреп, тәүге тапҡыр гер күтәреп ҡараным, шунан алып был спорт төрөн үҙ итәм. Башлап китеүе, әлбиттә, еңелдән булманы. Уңыштарыма уҡытыусым Зиннур Ғүмәр улының да йоғонтоһо бик ҙур. Сит илгә ярышҡа барыу ҡурҡытманы, киреһенсә, сәмләнеп әҙерләндек. Төрлө төбәктән килгән спортсылар күпкә тәжрибәле булһа ла, һынатманыҡ. Тырышыуыбыҙҙың бушҡа китмәүенә бик шатмын. Гер күтәреү үҙемә бик оҡшай, сөнки егет кеше көслө, физик яҡтан ныҡ булырға тейеш тип һанайым, — ти ул.
Тырышып гер күтәргән Батырша Боҫҡоновҡа ҡарап, мәктәбебеҙҙә спорттың киләсәге өмөтлө, тигән уйға киләһең. Быйыл III класты ғына тамамлауына ҡарамаҫтан, спорт менән етди шөғөлләнә ул. Йәш спортсы дүрт килолыҡ герҙе 3 минут эсендә 89 тапҡыр күтәргән. Бынан тыш, Айбулат, Марсель, Батырша ҡышын үҙҙәрен хоккейсы итеп таныта, волейболды, футболды, лаптаны, көрәште лә үҙ итәләр.
Нәйлә Ғәлина менән Алина Боҫҡонова 10 — 14 килолыҡ герҙәр менән эш итеп, үҙ йәше, ауырлыҡ категорияһында ал бирмәне. Башҡорт ҡыҙҙарының саялығын тағы ла бер раҫлап ҡайтыуҙары беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс!
Ғөмүмән, был биш уҡыусы өсөн йәй ҙур сәйәхәт, бай иҫтәлектәр менән башланып китте. Ҡайтҡанда баш ҡалабыҙ Мәскәү менән танышыу, иҫтәлекле урындарында булыу — үҙе ҙур бәхет. Ошондай ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та сәфәр бүләк иткәндәре өсөн етәкселәре Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡоновҡа, мәктәп директоры Инсур Рәмил улы Үтәбаевҡа, бағыусыларға бик рәхмәтле улар.
Әленән-әле яңы ҡалалар, Яңы үрҙәр яулаған уҡыусыларға “Афарин” тип әйтергә ҡала. Уларға тағы ла ҙурыраҡ бейеклектәргә үрләргә насип булһын!


Вернуться назад