Башҡортостанда милли көрәштең киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?31.07.2013
Халыҡ араһында милли көрәш буйынса һуңғы ваҡытта бәхәстәр ҡуйыра. Был спорт төрө беҙҙә юҡҡа сығасаҡ, ти берәүҙәр. Егерме йылдан Башҡортостанда һәр икенсе егет көрәшергә сығасаҡ, тип өмөтләнә икенселәр. Ысынлап та, Башҡортостанда милли көрәштең яҙмышы нисек булыр? Был һорауҙы беҙ эшмәкәрлеге ошо спорт төрөнә бәйле ир-егеттәргә бирҙек…
Нурулла ХИСМӘТУЛЛИН, СССР-ҙың ирекле көрәш, Рәсәйҙең милли көрәш буйынса спорт мастеры, тренер:
– Ҡазанда үткән Универсиадаға Башҡортостандан бер генә көрәшсенең дә бармауы – һорауға үҙе яуап. Ә Рәсәй чемпионаттарында беҙҙекеләр командалар араһында инде 90-сы йылдар аҙағынан беренселекте алғаны юҡ. Үкенескә ҡаршы, республикабыҙҙың бер төбәгендә был спорт төрө сәскә атһа, икенсеһендә һүрелеп бара. Күп урында аҡса юҡлыҡҡа һылтаналар, ғөмүмән, һаулыҡҡа, спортҡа аҡса йәлләйҙәр. Ҙур спортҡа килергә теләүселәр араһында буласаҡ ил чемпиондары бар ҙа ул, иғтибар етешмәй шул егеттәргә.
Илшат ҠОТЛОШИН, спорт мастерлығына кандидат, милли көрәш буйынса тренер:
– Райондарға (бигерәк тә төпкөлдәренә) был йәһәттән иғтибар күберәк булһа, Башҡортостанда милли көрәштең киләсәге бар, тип әйтеп булыр ине. Үкенескә ҡаршы, әлегә ышаныслы түгел был милли спорт төрөнөң иртәгәһе. Мәҫәлән, башҡа төбәктәрҙә тренерҙар 40-50 мең һум эш хаҡы ала. Ә беҙ спортсыларҙы 5-6 меңгә генә әҙерләргә мәжбүрбеҙ. Бынан тыш, көрәшселәребеҙ ярыштарға сыға алмай аҙаплана.
Марат ЗАРИПОВ, спорт мастерлығына кандидат, милли көрәш буйынса Рәсәй үҫмерҙәре араһында үткәрелгән чемпионатта еңеүсе:
– Бөгөн республикабыҙҙа милли көрәш үҫешә тип уйлайым. Мәҫәлән, Мәсетле, Саҡмағош, Ҡариҙел райондарына барып, ҡыуанып ҡайттым. Спорттың был төрөнә шул тиклем иғтибар ентекле унда. Ыңғай күренеш башҡаларға ла үрнәк булып, тотош республикаға таралһа, Башҡортостандың көрәш иленә әйләнәсәген көт тә тор. Тик билбау көрәше менән милли көрәште бутамаһындар ине.
Венер ИСХАҠОВ, журналист:
– Гәзиттә спортты яҡтыртыусы хәбәрсе булараҡ, милли көрәш буйынса бихисап ярышҡа йөрөргә тура килә. Мәҫәлән, быйыл ғына унға яҡын сараны күҙәттем. «Башҡортостан» призына турнирҙы тергеҙеүгә ифрат шатландым. Һәммәбеҙ ҙә йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ бер күренеше көрәшкә ошолай үҙ өлөшөн индергәндә генә, уның киләсәге булыр тип уйлайым.
Айрат ФӘТҠУЛЛИН, көйәрмән:
– Һаулығым арҡаһында үҙем көрәшә алмаһам да, яҡын-тирә район-ҡалаларҙа үткән ярыштарҙы ҡалдырмайым. Барып, яҡташтар өсөн, башҡа милләттәр бәйгегә сыҡһа – башҡорттарҙы дәртләндереп ҡысҡырып ҡайтам.
Мәсьәләгә килгәндә, барыһын да «өҫтән» генә көтөп ятыу килешмәҫтер, тим. Һәр беребеҙ үҙ өлөшөн индерергә тейеш был йәһәттән. Ана, кавказдарҙан ғына үрнәк алайыҡ. Һәр йортта келәм бар. Ата-әсә әрләп тиерлек көрәштерә балаларын унда. Бына ошондай ентекле эш алып барһаҡ, милли көрәшебеҙ келәме киңәйер.