Ишеттегеҙме әле?31.07.2013
Олимпиада уйындарының теҙмәһе әҙер

2014 йылдың 7 – 23 февралендә Сочи ҡалаһында үтәсәк ХХII Ҡышҡы олимпиада уйындарына күп тә ҡалманы. Әле сараға ныҡлы әҙерлек бара. Ойоштороу комитеты уйындарҙың теҙмәһен дә тәҡдим иткән.
Әйткәндәй, Олимпиадаға яңы 12 уйын төрө өҫтәлгән. Тимәк, миҙалдар Ванкуверҙа үткән Уйындарға (2010 йыл) ҡарағанда – 12-гә, Туриндағыныҡынан 14-кә (2006 йыл) күберәк буласаҡ.
Әле уйындар теҙмәһен Халыҡ-ара олимпиада комитеты, Халыҡ-ара спорт федерацияһы ҡарай. Сара башланғанға тиклем теҙмәнең үҙгәреүе лә мөмкин.

Министр парашютта һикерҙе

Күптән түгел Кушнаренко районында урынлашҡан «Первушино» аэродромында республика парашют үҙәге эшләй башланы. Уны асыу тантанаһында парашютта беренселәрҙән булып Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта үҙе ырғыны.
Был үҙәктә ғәҙәти булмаған спортты үҙ итеүселәр төрлө программа буйынса 800 һәм 3000 метрҙан һикерә аласаҡ. Шулай уҡ «парашютсы» курсын да үтергә мөмкин.

Сир кәртә түгел

«Шәкәр сире» ябай диагноз түгел. Бигерәк тә балалар өсөн. Әммә, табиптар билдәләүенсә, дөрөҫ туҡланып дауаланған осраҡта, спорт менән дә шөғөлләнергә мөмкин.
Ошоно күҙ уңында тотоп, Өфөлә шәкәр диабетынан яфаланған балалар араһында спартакиада (диаспартакиада) ойоштороласаҡ. Унда биш командаға берләшеп, төбәктән 30 бала спортта үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Улар төрлө ярыш-конкурстарҙа ҡатнашасаҡ, һалда йөҙәсәк һәм экскурсияға йөрөйәсәк.

Инйәр буйы һеҙҙе көтә

15 – 18 августа Инйәр йылғаһы ярында «Турфест-2013» республика туристик фестивале була.

Унда Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән бер төркөм йәштәр велосипедта (шул иҫәптән һыу велосипедында ла) ярышасаҡ, усаҡ тирәләй ултырып, бард йырҙарын башҡарасаҡ.
«Турфест»та ҡатнашырға теләүселәр (35 йәшкә ҡәҙәр) 10 авгусҡа тиклем БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына мөрәжәғәт итергә тейеш.


Вернуться назад