Биш миҙал – беҙҙән31.07.2013
Голландияла үҫмерҙәр араһында ойошторолған ХХII Европа олимпиада фестивале үтте. Уйындарҙа Рәсәй командаһы составында ҡатнашып, Башҡортостандан Данил Лысенко менән Полина Егорова биш миҙал яуланы.

Салауат ҡалаһынан Полина Егорова был фестивалдән өс алтын һәм бер көмөш миҙал алып ҡайтты. Спортсы ҡыҙға «алтын-көмөштәр»ҙе шәп йөҙгән өсөн бирҙеләр. Ә Бөрөнән барған Данил Лысенко миҙалға бейеклеккә һикереүҙә лайыҡ булды.
Был фестивалдә 56 миҙал яулаған (30 – алтын, 14 – көмөш, 12 – бронза) Рәcәй командаһы еңеүсе тип табылды.


Вернуться назад