Еңеү менән ҡайттылар19.07.2013
Еңеү менән ҡайттыларКисә Ҡазан Универсиадаһында ҡатнашҡан спортсылар Өфөгә ҡайтты һәм матбуғат саралары вәкилдәре менән осрашты.

Универсиадала яҡташтарыбыҙ уңышлы сығыш яһаны. Команда беренселегендә алтын миҙалды — рапирасылар Артур Әхмәтхужин, Реналь Ғәниев, мең метрға каноэ-дуэт ишкәкле спорт төрөндә Илья Первухин, 500 метрға байдаркала ярышта Александр Сергеев һәм Рәсәйҙең волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составына ингән Анна Малова менән Анастасия Шаляховая; көмөштө — байдаркала ярышта Вера Сабитова менән Анастасия Сергеева, бронзаны ошо уҡ спорт төрөндә Дмитрий Гудимов яуланы. Бынан тыш, еңел атлетикала Егор Николаев — дүртенсе, Андрей Сафронов — етенсе, ауыр атлетикала Диана Әхмәтова — дүртенсе, арҡала йөҙөүҙә Антон Анчин етенсе урынды алды. Ҙур сарала беренсе тапҡыр сығыш яһаған йәш спортсылар өсөн был һөҙөмтәләр ҙә насар түгел.
Журналистар менән осрашыуға иһә дүрт спортсы килде: еңел атлеттар Егор Николаев менән Андрей Сафронов һәм рапирасылар Реналь Ғәниев менән Артур Әхмәтхужин.
— Был минең өсөн дүртенсе Универсиада. Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған ине, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Реналь Ғәниев. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәхси беренселектә еңеп булманы, сөнки ҡаршы яҡ уйынсыһының мөмкинлектәрен тейешенсә баһаламағанмын һәм, уйындың яртыһынан һуң еңеүемә инандым да, киләһе уйын һәм көрәшсе тураһында уйлай ҙа башланым. Был миңә ҡамасауланы, – ти еңеүсе.
Артур Әхмәтхужин иһә ярышта Черемисинов менән иртәрәк осрашҡанына үкенес белдерҙе:
— Саҡ ҡына уңышһыҙыраҡ килеп сыҡты, сөнки һәр ярышҡа еңеү өсөн сығаһың. Ә дәғүәсем спортсылар рейтингында икенсе урында килә. Ҡалайтаһың, спорт бит. Был Алексейҙың тыуған көнөнә ҙур бүләк булды инде, – тине ул.
Егор Николаевҡа иһә еңеү өсөн бер нисә секунд ҡына етмәгән. Башҡа спортсыларҙан айырмалы, егет Белорет ҡалаһында шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Егор Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында ситтән тороп белем ала. Белоретта йәшәй.
— Тренерым Татьяна Сенчинко Олимпиадала ҡатнашҡан дүрт спортсыны тәрбиәләгән. Беҙҙә күптән база булдырыу тураһында һүҙ бара, ләкин әле һаман мәсьәлә хәл ителмәй. Уңайлы шарттарҙа шөғөлләнеү өсөн көн һайын таңғы алтыла тороп, Магнитогорск ҡалаһына сығып китәбеҙ, – тип спортсылар өсөн көнүҙәк мәсьәлә тураһында белгертергә батырсылыҡ итте.
Универсиада тамам, ләкин спортсыларҙың ял итергә ваҡыты юҡ. Реналь Ғәниев менән Артур Әхмәтхужин кис үк сираттағы йыйындарға осто. Ә еңел атлеттар Егор менән Андрей Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу өсөн юлға сығасаҡ. Беҙ уларға уңыштар теләйбеҙ!


Вернуться назад