Рәсәй беренселекте бирмәй09.07.2013
Ҡазанда үткән XXVII Бөтә донъя йәйге универсиадаһында 162 илдән килгән 13,5 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, шул иҫәптән 9,3 мең спортсы 27 төрлө ярышта көс һынаша. Йәмғеһе 351 комплект миҙал уйнатыласаҡ. Бындай киң ҡоласлы Универсиаданың тарихта булғаны юҡ әле. Ҡазандың юғары кимәлдәге әҙерлеген сараны асҡан саҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин да билдәләне.

Тантана “Ҡазан-Арена” стадионында үтте. “Ҡазан — күп милләтле, ҙур илебеҙҙең иң боронғо һәм матур ҡалаларының береһе. Бөгөн бында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән йәш спортсылар йыйылған. Төрлө ил һәм милләт вәкилдәрен Универсиада берләштерә был көндәрҙә. Бөтә донъя кимәлендәге студент уйындарын киң ҡоласлылығы яғынан ҡыйыу рәүештә Олимпия уйындарына тиңләрлек”, – тине ил етәксеһе. Владимир Путиндың сығышынан һуң “Ҡазан-Арена” стадионында ике тапҡыр донъя чемпионы, волейболсы Екатерина Гамова, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы, саңғысы-биатлонсы яҡташыбыҙ Ирек Зарипов, йәштәр араһында донъя чемпионы, хоккейсы Наил Яҡупов, дзю-до буйынса Олимпия чемпионы Таһир Хәйбуллаевтарға йөҙөүсе Юрий Фуников факел тапшырҙы. Халыҡ-ара студенттар спорты федерацияһы президенты Клод-Луи Гальен менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Универсиадаға старт биргәнде телеэкрандар аша бөтә ҡитғаларҙа ҡыҙыҡһынып күҙәттеләр.
Рәсәйҙән был ярышта 663 спортсы көс һынашасаҡ. Башҡортостандан иһә — 11 спортсы: еңел атлеттар Андрей Сафронов, Егор Николаев, Әлфиә Мерәҫова, ауыр атлет Диана Әхмәтова, рапирасылар Артур Әхмәтхужин менән Реналь Ғәниев, ишкәкселәр Дмитрий Гудимов, Вера Сабитова, Илья Первухин, Анастасия Сергеева, йөҙөүсе Антон Анчин. Беҙҙең төбәк делегацияһында 20 судья һәм 100-ҙән ашыу волонтер бар.
Универсиаданың тәүге көнөндәге һөҙөмтәләргә ҡарағанда, Рәсәй йыйылма командаһы дөйөм иҫәп буйынса беренсе килә. Йәмғеһе 27 комплект миҙал уйнатылған, беҙҙең йыйылма команда уның 17-һен — ете “алтын”, ике “көмөш” һәм һигеҙ “бронза” яулаған. Икенсе урында — Төньяҡ Корея (3-0-1), өсөнсө — Ҡытай (2-4-2), дүртенсе — Япония (2-1-3), бишенсе — Германия (2-1-1). Башҡортостан спортсылары ла миҙал яулауҙа үҙ өлөшөн индергән: Белорет ҡалаһы спортсыһы Егор Николаев еңел атлетика программаһында 1500 метрға йүгереп, икенсе урынға сыҡҡан. Был программа буйынса финал ярышы 9 июлдә үтәсәк.


Вернуться назад