Ҡазанда күптән көтөлгән ҙур сара — Универсиада башланды. Кисә Татарстандың баш ҡалаһында ҡайһы бер спорт төрҙәре вәкилдәре сығыш яһай башлаһа, бөгөн иһә студент уйындары старт алды.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында ошо ваҡиғаға арналған фекер алышыу ойошторолдо. Журналистарҙың һорауҙарына министрлыҡ етәксеһе Андрей Иванюта менән Юғары спорт оҫталығын әҙерләү үҙәге директоры Евгений Емельянов яуап бирҙе.
— Универсиада — Рәсәйҙәге спорт тормошо өсөн бик мөһим ваҡиға, — тине Андрей Иванюта. — Ул — Олимпиаданан ҡала, әһәмиәте буйынса икенсе урында. 1973 йылда Универсиада тәүге тапҡыр уҙғарыла. Ошо ярыш илебеҙҙә ҡайтанан тергеҙелде. Универсиадаға 10 меңдән ашыу спортсы йыйыла. Һуңғы дүрт Уйында Рәсәй вәкилдәре тәүге урындарҙы яуланы, шуға күрә әле лә уңышҡа өлгәшергә өмөт итәбеҙ.
Ҡазандағы Универсиадала Башҡортостандан Рәсәйҙең йыйылма командаһында 14 спортсы ҡатнаша. Улар республикалағы биш юғары уҡыу йортонан һайлап алынған. Бынан тыш, йөҙҙән ашыу ирекмән йәлеп ителгән. Яҡташыбыҙ, Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов Уйындарҙың факелын алып барыусыларҙың береһе буласаҡ.
“Өфө” футбол клубының элекке голкиперы, әле Рәсәй Премьер-лигаһындағы “Терек” командаһы уйынсыһы Евгений Кобозев футбол буйынса Рәсәйҙең студенттар йыйылма командаһында ҡапҡа һаҡлаясаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар волейбол командаһының баш тренеры — “Башҡортостан нефтсеһе” һәм “Урал” командаларының элекке уйынсыһы һәм тренеры Юрий Маричев. Өфөнән Анастасия Шляховская иһә резервҡа ҡуйылған. Волейбол буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһының тренерҙар штабына яҡташыбыҙ Владимир Хроменков ингән.