Олимпия утын – Йыһанға!29.06.2013
Олимпия утын – Йыһанға!Федераль космос агентлығы "Сочи-2014" Олимпия уты эстафетаһының почетлы партнерына әүерелде. Бындай килешеүгә "Cочи-2014" ойоштороу комитеты президенты Дмитрий Чернышенко менән "Роскосмос" етәксеһе Владимир Поповкин ҡул ҡуйған.
Хәҙер "Космос" махсус проекты буйынса Олимпия факелы Халыҡ-ара космос станцияһына оҙатыласаҡ. Олимпия уйындары тарихында был тәүге хәл. Факелды ноябрҙә "Союз" ракетаһы менән оҙатыу планлаштырылған, унда Сочи ҡалаһында үтәсәк Олимпия уйындарының символикаһы ла төшөрөләсәк. Факелды космонавтар Олег Котов менән Сергей Рязанский асыҡ космосҡа алып сығасаҡ, әммә хәүефһеҙлек өсөн ут тоҡандырылмаясаҡ. Һуңынан ул йыһан карабының экипажына тапшырыласаҡ. Факелды Ергә космонавт Федор Юрчихин алып ҡайтасаҡ.


Вернуться назад