Спортта мөмкинлектәр сикләнмәй27.06.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тула өлкәһенең Алексин ҡалаһында инвалидтарға физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, Рәсәй Федерацияһында паралимпия һәм сурдолимпия спорт төрҙәрен үҫтереү буйынса сараларға ҡағылған кәңәшмәлә ҡатнашты, тип хәбәр итте төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Сарала Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға “Асыҡ мөхит” программаһының киләһе версияһына мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе спорт объекттарына йәлеп итеү сараларын индереү бурысын ҡуйҙы. Ғәмәлдәге “Асыҡ мөхит” программаһы 2015 йылға тиклемге осорға иҫәпләнә. Дмитрий Медведев әйтеүенсә, 2020 йылға спорт менән шөғөлләнгән инвалидтар һаны алты тапҡырға артырға тейеш, әммә әлегә бындай шарттар төбәктәрҙең ни бары 20 процентында ғына булдырылған. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, кәңәшмәлә сығыш яһап, республика спортсылары күпләп миҙал яулауын дауам итә, тип белдерҙе. Былтырғы Паралимпия уйындарында Рәсәй 36 алтын миҙал яуланы, шуларҙың 12-һе, теүәл өстән бер өлөшө — Башҡортостан спортсыларыныҡы. Был — бик яҡшы һөҙөмтә. Республика башлығы әйтеүенсә, еңеүҙәр быйыл да дауам итә. Атап әйткәндә, хоккей буйынса сурдолимпия командаһы донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды. Ҡатнашыусыларҙың яртыһынан күберәге — Башҡортостан хоккейсылары. Төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа спортсыларыбыҙ 126 миҙал яулаған. Рөстәм Хәмитов кәңәшмәгә йыйылыусыларҙы 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Баталова менән таныштырҙы. — Беҙҙә махсус спорт объекттары төҙөлөшө әүҙем бара. Күптән түгел һаңғырауҙар өсөн мәктәп-интернатына ҙур булмаған “яһалма боҙ” майҙаны төҙөй башланыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һыу слаломы өсөн канал да буласаҡ. Башҡортостан Рәсәйҙә ошондай объекттар һалынған тәүге төбәктәр иҫәбенә инәсәк.


Вернуться назад