Александр Георгиев – донъя чемпионы!22.06.2013
Александр Георгиев – донъя чемпионы!17 көн буйы барҙы Өфөлә халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаты. 24 илдән килгән 40 спортсының уйынын барса халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Һәр береһе таһыллы, көслө, шулай ҙа улар араһынан кемдер еңергә тейеш.

Бына һуңғы минуттар етте. Төп “А” финалында – Ишембай шашка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Александр Георгиев менән Жан Марк Нджофанг (Камерун). Тренерҙар, көйәрмәндәр түҙемһеҙләнеп уларҙың уйын барышынан күҙ яҙлыҡтырмай. Егеттәрҙең икеһе лә шәп. Камерун ҡунағы ярыш дауамында иң күп мәрәй йыйыусылар иҫәбендә килде, шулай ҙа биш сәғәттән ашыу барған алышта яҡташыбыҙ көслөрәк булып сыҡты. Александр Георгиев – донъя чемпионы! Форсаты сығыу менән егетте ҡотлап, ҡулын ҡыҫтым.
– Ярыштың был ҡәҙәр үк ауыр булырын көтмәгәйнем, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты чемпион. – Егеттәр бик көслө. Уйын аҙағында дәғүәсем бер нисә тапҡыр ҡурҡытып та алды.
Александр Георгиев – донъя чемпионы!Пьедесталдың икенсе баҫҡысына Жан Марк Нджофанг күтәрелһә, өсөнсө урынды Рул Бумстра (Голландия) биләне.
Спортта көтөлмәгән хәлдәр йыш осрай. Ҙур өмөт уятҡандарҙың, алдан уҡ башҡаларҙы хәүефкә һалғандарҙың йыш ҡына ышанысты аҡламауы ла ихтимал. Ә инде әллә ни балҡып күренмәгәндәрҙең дә кинәт кенә уңышҡа өлгәшеүе шаҡ ҡатыра. Был юлы ла шулай булды. Ике яҡташыбыҙ – Муродулло Амриллаев менән Айнур Шәйбәков – ҡыҙғанысҡа ҡарыш, төп финалға үтә алманы. Һөҙөмтәлә дәртләндереүсе “Б” финалында уйнаған Айнур өсөнсө урын менән хушһынды. Надьяга Самб (Сенегал) үҙен иң көслөһө итеп танытһа, белорус егете Евгений Ватутин икенсе урынға сыҡты. Әйткәндәй, Интернет аша “Тамашасылар һөйөүе” призына тауыш биреү иғлан ителгәйне. Был бүләккә, спортсылар араһында иң күп мәрәй йыйып, Айнур Шәйбәков (һүрәттә) лайыҡ булды.


Вернуться назад