Йылыһын беҙ ҙә тойҙоҡ20.06.2013
Йылыһын беҙ ҙә тойҙоҡӨфөләр тарихи ваҡиғаның шаһиты булды: баш ҡалаға тиҙҙән Ҡазанда үтәсәк XXVII Бөтә донъя йәйге универсиаданың уты килде. Факелды Башҡортостанға тимер юлы буйынса еткергәндәр, Өфө – Ут эстафетаһы юлындағы 30-сы, һуңғы ҡала.

Универсиада уты янған капсула былтыр 12 июлдә Парижда донъя буйлап сәйәхәткә сыҡҡайны. “Ә ниңә Франциянан?” – тип һораусылар булыр. Эш шунда: 1923 йылда Сорбонна университетында тәүге тапҡыр халыҡ-ара студент уйындары ойошторолған.
Ут эстафетаһы Рәсәйҙең барлыҡ ҙур ҡалалары аша үткән. Поездағы сәйәхәт этабы 14 майҙа уҡ башланған. Утты һаҡлаусылар командаһының күпселеген билдәле спортсылар тәшкил итә.
– Айҙан ашыу тәүлек әйләнәһенә Йәйге универсиада утын һаҡлау – яуаплы бурыс һәм ҙур мәртәбә лә, – ти уларҙың береһе Владимир Жемер. – Беҙгә ошондай изге эште ышанып тапшырыуҙары, ҙур тарихи ваҡиғаға ҡатнашлығыбыҙ булыуы менән ысын күңелдән ғорурланабыҙ.
Эстафета утының Өфөләге юлы Йәштәр һарайы алдындағы майҙандан башланды һәм ҡаланың Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Ленин, Пушкин һәм башҡа үҙәк урамдары буйлап үтте, дүрт тиҫтәгә яҡын “һаҡсы” алмашлап Бөтә донъя студент уйындары уты менән ете километрҙан ашыу ара уҙҙы. Өфөлә Ут эстафетаһына ҡушылыусылар араһында баш ҡаланың иң шәп студенттары, билдәле спортсылар, волонтерҙар, йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә бар ине. Мәҫәлән, шпагала фехтование буйынса Донъя кубогының бронза призеры Кирилл Иванов, ҡотҡарыу күпбәйгеһе буйынса Рәсәй чемпионы Александра Московец, йөҙөү буйынса һигеҙ тапҡыр Паралимпия чемпионы Оксана Савченко һәм башҡа билдәле шәхестәр – Универсиада утын “һаҡлаусылар” иҫәбендә.
Әйткәндәй, Универсиада утын ҡаршыларға баш ҡала студенттары дәррәү әҙерләнгән: урамдарҙа күңелле көйҙәр яңғырап торҙо, плакаттар, лозунгтар спортсыларҙың һәм өфөләрҙең кәйефен күтәрҙе. Бигерәк тә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары әүҙемлек күрһәте. Улар тарихи ваҡиғаға бәйле конкурстар, ҡыҙыҡлы саралар ойошторҙо.
Сарала ҡатнашыусылар һәм тамашасылар иң тулҡынландырғыс минуттарҙы Салауат Юлаев майҙанында кисергәндер: бында Универсиада утының Өфө ҡалаһындағы символы тоҡандырылды.
Артабан эстафета Татарстанға юлланды. 43 муниципаль берәмек биләмәһен үткәндән һуң, 6 июлдә Универсиада уты Ҡазанға етәсәк һәм XXVII Бөтә донъя йәйге универсиадаһын тантаналы асып ебәрәсәк. Әйткәндәй, эстафетаның Ҡазандағы өлөшөндә факелды 2013 кеше оҙатып барасаҡ.


Вернуться назад