“Ер аҡтарырға әҙербеҙ”13.06.2013
— Минеңсә, миҙгелде яҡшы, лайыҡлы кимәлдә үткәрҙек. Командаға “бишле” билдәһе ҡуйыр инем, — тине “Өфө” футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизов матбуғат конференцияһында.
— Милли футбол лигаһындағы яңы командалар араһында беҙ алдынғылыҡты яуланыҡ, был уйынсыларыбыҙҙың көслө булыуы, һайлаған юлдың дөрөҫлөгө хаҡында һөйләй.
Матбуғат конференцияһы клубтың уҙған миҙгелдәге сығыштарына йомғаҡ яһауға, киләсәккә пландар билдәләүгә ҡағылды. Фекер алышыуҙа Шамил Ғәзизовтан тыш баш тренер Игорь Колыванов, уның ярҙамсыһы Виктор Лосев ҡатнашты. Билдәле булыуынса, миҙгел бөтөү менән команданы Игорь Степанов, Илья Гультяев, Андрей Смирнов, Алексей Сквернюк, Роман Войдель, Никита Маляров, Михаил Маркосов ташлап киткән.
— Әле беҙ яңы уйынсылар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, — тине Игорь Колыванов. — Юғалтыуҙар ҙа, табыштар ҙа бар. Туҡтап ҡалмай, алға барабыҙ. Уйнарға, еңергә теләгән уйынсыларыбыҙ етерлек. Әйткәндәй, уҙған миҙгелдә егеттәр әүҙемлеген, тырышлығын юғалтманы, ер аҡтарырға әҙер булды.
Өфө клубының киләһе миҙгелгә бурысы — кимәлде төшөрмәү, көйәрмәндәргә матур уйын күрһәтеү. Әле беҙҙекеләр алтынсы баҫҡысты биләй. Киләһе йыл “Өфө” яңыртылған “Нефтсе” стадионына күсергә ниәтләй. Яңы миҙгел 7-8 июлдә башлана. Чемпионатта 20 команда ҡатнаша.