Универсиада уты дөрләйәсәк13.06.2013
18 июндә Өфөлә ХХVII Бөтә донъя йәйге универсиадаһы утын тоҡандырыу тантанаһы һәм Универсиада уты эстафетаһы уҙғарыла.

Билдәле спортсылар, студенттар, иң яҡшы ирекмәндәр, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре — йәмғеһе 38 кеше — Өфө урамдары буйлап Бөтә донъя йәйге универсиадаһы утын йөрөтәсәк.
7300 метрға һуҙылған эстафета көндөҙгө сәғәт 3-тә Йәштәр һарайынан башлана. Колонна Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Краснодон, Ленин, Коммунистик, Октябрь революцияһы, Пушкин, Карл Маркс һәм Зәки Вәлиди урамдарынан үтәсәк. Һуңғы нөктә — Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан. Бында ижади коллективтарҙың сығышы, күңел асыу саралары ойошторола. Ошонда уҡ Универсиада уты ҡабыҙыласаҡ.
Был ут — бөтөн планеталағы студенттарҙың берҙәмлек, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ символы. ХХVII Бөтә донъя йәйге универсиадаһы эстафетаһының тарихта тиңе юҡ. Быйылғы маршрут Рәсәйҙәге иң ҙур 30 мәғариф үҙәге аша үтәсәк. 60 мең километрҙан ашыу юл үтеп, сара 6 июлдә Ҡазанда тамамлана. Халыҡ-ара студенттар спорты федерацияһы башҡарма комитетының ҡарарына ярашлы, йәйге Универсиада Татарстандың баш ҡалаһында 6 — 17 июлдә уҙғарыла. Ярыштарға 13,5 меңгә яҡын спортсы һәм 50 меңдән ашыу ҡунаҡ килеүе көтөлә.


Вернуться назад