Юлдыбайҙың ғорурлығы ул11.06.2013
Юлдыбайҙың ғорурлығы улЙылайыр районының 800 йыллыҡ бай тарихҡа эйә Юлдыбай ауылының ғорурлығы, даны — 80-се һөнәрселек лицейы. Республикабыҙҙың башланғыс һөнәри белем биреү тармағында иң өлкән, абруйлы уҡыу йорттарының береһе ул. Киләһе йыл лицей 80 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.

1934 йылда барлыҡҡа килгән белем усағы ошо дәүерҙә Көньяҡ Урал төбәге өсөн 46 меңдән ашыу йәш белгес әҙерләп сығарҙы, ауыл хужалығын техниканы белгән, йәшелсәселектә, умартасылыҡта оҫта эш иткән хеҙмәткәрҙәр, етәкселәр менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерҙе. Был уҡыу йортон тамамлаған Риза Яхин, Ғилметдин Ҡырымғужин, Абдулла Фәйзуллин, Мәҡсүт Заманов, Василий Солонин Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй кимәлендә танылған шәхестәр байтаҡ лицейҙың сығарылыш уҡыусылары араһында. Абруйлы уҡыу йортонда белгестәр әҙерләү өсөн ныҡлы матди-техник нигеҙ бар, бөтә етештереү базаһы газға көйләнгән. Өсәр ҡатлы ике ятаҡта егет һәм ҡыҙҙар өсөн уңайлы социаль-көнкүреш шарттары булдырылған, 100 урынлыҡ ашхана, китапхана, спорт залы, ял бүлмәләре эшләй. Бында республиканың Йылайыр, Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла, Учалы, Белорет райондарынан килеп белем алалар, уларға дөйөм ятаҡтан урын бирелә, ашатыу бушлай.
Юлдыбайҙағы һөнәрселек лицейы һуңғы йылдарҙа республика кимәлендәге абруйлы сараларҙы ҡабул итте. Мәҫәлән, тракторсы-машинист һөнәре буйынса республика һәм Бөтә Рәсәй олимпиадалары, Юлдыбай ауылының 800 йыллығы айҡанлы һәм башҡа саралар лицейҙың артабанғы үҫешенә ыңғай йоғонто яһаны. Уҡыу йортонда корпустар төҙөкләндерелде, заманса ҡорамалдар тупланды.
Юлдыбайҙың ғорурлығы улӘле унда 262 бала белем ала. Ауыл хужалығы етештереүе мастеры, киң профилле тракторсы, ауыл хужалығы техникаһын йүнәтеүсе слесарь, ашнаҡсы-кондитер, йәшелсә үҫтереүсе, умартасы, электр монтеры, иретеп йәбештереүсе, һатыусы-кассир һөнәрҙәрен үҙләштерәләр. Йылайырҙың урманлы район булыуын иҫәпкә алып, киләсәктә ағас эшкәртеүсе һөнәренә уҡытырға уйлайҙар. Лицей янында ошо маҡсатта цех асып ебәрҙеләр, унда ағасты тәрән эшкәртеү мөмкинлеге буласаҡ.
Хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды иҫәпкә алып, бер юлы бер нисә һөнәр алыу мөмкинлеге бар. Өҫтәмә белем биреү менән дә шөғөлләнәләр.
Һуңғы йылдарҙа республикаға күпләп сит ил ҡорамалы килтерелә. Быйыл ғына Башҡортостан МТС-тары 500-гә яҡын яңы техника аласаҡ. Шул сәбәпле "Ғ" һәм "D" категориялы яңы кимәлдәге механизаторҙар әҙерләүгә ихтыяж тыуҙы. Был эштең мөһимлеген иҫәпкә алып, республика Хөкүмәте "Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы кадрҙарын әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын камиллаштырыу тураһында" бойороҡ сығарҙы. Уға ярашлы, республика бюджеты иҫәбенә курстар ойоштороу ҙа ҡаралған. Бындай хоҡуҡты Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Техник советы һәм махсус комиссияһы республиканың 13 уҡыу йортона бирҙе. Исемлектә 80-се лицейҙың булыуы уның абруйын билдәләй.
— Сер түгел, хәҙерге заманда сығарылыш уҡыусылары юғары уҡыу йорттарына өҫтөнлөк бирә. Һөнәр һайлаусылар менән эш дөрөҫ алып барылмағанлыҡтан, йәштәр "хеҙмәт баҙары" төшөнсәһен аңлап етмәй. Һөнәрҙе һәм уҡыу йортон дөрөҫ һайламауҙары, ата-әсәнең түләп уҡытырға мөмкинлеге булмауы, уҡыуҙы ташлауҙары ошоноң менән бәйле.
Шуны билдәләү мөһим: юғары белемле булып та эшкә урынлаша алмағанлыҡтан, эшсе һөнәрен үҙләштерергә теләүселәр арта. Предприятие һәм хужалыҡ етәкселәрен бер нисә һөнәргә эйә булған йәштәр ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә сығарылыш уҡыусыларына хеҙмәт баҙарындағы хәлде аңлатыу зарур, — ти директор Ғәле Нәҙерғолов.
Лицейҙағы етештереү базаһында буласаҡ һөнәрҙәре буйынса тәжрибә туплайҙар. Бының өсөн 1100 гектар сәсеүлек майҙаны бар, унда уҡыусылар бойҙай, арпа, арыш, көнбағыштан мул уңыш ала. 40 баш һыйыр малы, 15 баш йылҡы аҫрауҙан, умарталыҡтан килгән табыш уҡыусыларҙы ашханала бушлай туҡландырыуға, ихата-биналарҙы төҙөкләндереүгә тотонола.
Абруйлы уҡыу йортоноң директоры үҙе ошо ауылда тыуып үҫкән, ҡанат нығытҡан, ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң төрлө урында яуаплы вазифаларҙа эшләгән. Ғәле Яхъя улының атаһы ла ҡасандыр ошо белем усағында етәксе булған, тимәк, династия дауам итә. Тап Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Йылайыр район Советы рәйесе Ғ. Нәҙерғолов етәкселек иткән осорҙа уҡыу йорто тормошонда ыңғай үҙгәрештәр башлана, төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә, тимәк, 80-се һөнәрселек лицейы етәксеһенән уңған.
Юғары квалификациялы белгестәр тупланған коллективта 14 уҡытыусы, производствоға өйрәтеүсе 19 мастер эшләй. Араларында юғары категориялы белгестәр, Рәсәйҙең һөнәри белем биреү тармағы алдынғылары Р. Мусин, В. Әбсәләмов, Башҡортостандың мәғариф алдынғылары Б. Биксәйев, М. Әбсәләмова, М. Байназаров, М. Нәҙерғолова, Г. Иҫәндәүләтова, Н. Биксәйева, М. Ҡоҙашевтар бар. Уҡытыусылар һәм производствоға өйрәтеү мастерҙары һәр ваҡыт үҫеш, эҙләнеүҙәр юлында, уҡытыу талаптарға һәм маҡсатҡа ярашлы, эҙмә-эҙлекле бара. Йәштәргә рух ныҡлығы биреүгә, донъя ауырлыҡтарына ҡаршы тора алырҙай ысын шәхестәр тәрбиәләүгә ҙур көс һалына.
Буласаҡ белгестәр уҡыуҙан тыш ваҡытын бушҡа уҙғармай: төрлө түңәрәктәргә йөрөй, спорт менән шөғөлләнә, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған. Йыш ҡына район, республика күләмендә үткәрелгән һөнәри оҫталыҡ конкурстарында, спартакиадаларҙа әүҙемлек күрһәтеп, алдынғы урын яулайҙар, лицей данын яҡлап төрлө фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашалар.
Юлдыбай ауылындағы 80-се һөнәрселек лицейы, әйткәндәй, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ойошторған яңы инновацион белем биреү программаһы буйынса конкурста ҡатнашып, 20 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Был аҡса тулыһынса матди базаны нығытыу һәм үҙгәртеп ҡороу өсөн ҡулланылды.
— Башланғыстарыбыҙҙы республика һәм район етәкселеге хуплай, ярҙамдарын тойоп торабыҙ, — ти директор Ғ. Нәҙерғолов.
Юлдыбайҙағы 80-се һөнәрселек лицейы коллективы, ғөмүмән, шәхестең һәр яҡлап үҫеше, уның һәләттәрен асыу, профессиональ оҫталыҡ тәрбиәләү өсөн мөмкин тиклем уңайлыраҡ шарттар булдырырға ынтыла.


Вернуться назад