Оҡшаған шашкасыға тауыш бир08.06.2013
Өфөлә Халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаты ҡыҙғандан-ҡыҙа. Донъяның 24 иленән иң көслө 40-ҡа яҡын спортсы араһында кем иң зирәге булып танылыр? Улар араһында Башҡортостандан Айнур Шәйбәков, Александр Георгиев, Муродулло Амриллаев та бар.
Алтынсы тур һөҙөмтәләре буйынса һәр төркөмдөң иң көслөһө асыҡланды. Әлегә “Андрейко”ла Александр Георгиев (Башҡортостан, Рәсәй), Александр Балякин (Голландия), Юрий Аникеев (Украина), Евгений Ватутин (Белоруссия), “Куперман”- дан Алексей Чижов (Рәсәй) менән Нчо Жюль, Атсе (Кот-д’Дивуар) “Деларье”нан Адонис Ано (Кот-д Ивуар) һәм Жан-Марк Нджофанг (Камерун) һигеҙәр балл йыйҙы. “Баба Си” төркөмөндә Александр Шварцман (Мәскәү), Эрденебилег Дул (Монголия), Артем Иванов (Украина) туғыҙар мәрәйгә эйә булды.
Әйткәндәй, 5 июндән үҙеңә оҡшаған спортсыға Интернет аша тауыш биреү башланды. Теләге булғандарға республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы төркөмөндә (http:// vk.com/feed/minsportrb.)17 июнгә ҡәҙәр үҙ тауышын юлларға мөмкин.
Иң күп тауыш йыйғанды чемпионатты ябыу тантанаһында иҫтәлекле бүләк көтә.
Чемпионат 19 июнгә тиклем бара.