Иң-иңдәр бәйгеһе04.06.2013
Иң-иңдәр бәйгеһеӨфө сираттағы тапҡыр донъя кимәлендәге ҙур спорт бәйгеһен ҡабул итте. Был юлы — шашка буйынса. Йәкшәмбе Халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаты башланды, һәм ул 19 июнгә тиклем дауам итәсәк.

Башҡортостанға донъяның 24 иленән иң көслө 40-ҡа яҡын спортсы йыйылды. Улар бер нисә һайлап алыу туры үткән: тәүҙә милли чемпионаттарҙа, аҙаҡ иһә континенталь кимәлдә — Европа, Азия, Америка һәм Африка илдәре араһында.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай кимәлдәге сара Рәсәйҙә беренсе мәртәбә үткәрелә. Беҙҙең ил өсөн алты шашкасы көс һынаша. Уларҙың өсәүһе — Башҡортостандыҡы: донъяның ғәмәлдәге чемпиондары Айнур Шәйбәков, Александр Георгиев һәм Муродулло Амриллаев. Шулай уҡ Рәсәй өсөн күп тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған спортсылар — Александр Шварцман, Алексай Чижов һәм Александр Гетманский уйнаясаҡ.
Уйынсыларҙы оҙон дистанция көтә: уларға 18 партия уйнарға кәрәк. Финалға 12 спортсы сығасаҡ (һәр төркөмдән өсәр кеше). Бәйге “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһының Европа залында көн һайын иртәнге сәғәт 10-да башлана. Ярыш барышын “Халыҡ-ара шашка федерацияһы” сайтында ҡарарға була.


Вернуться назад