Командабыҙ юғары баһа алды30.05.2013
“Туриада-2013” спорт-туристик лагеры йомғаҡтары буйынса Башҡортостан командаһы икенсе урынды яуланы. Беренселек — Һарытау өлкәһендә, өсөнсө урын — Сыуашстан командаһында.
“Туриада-2013” Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса, дәүләт башлығының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич етәкселегендә 22 — 25 майҙа Һарытау өлкәһендә уҙғарылды. Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта менән Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе, туризм буйынса спорт мастеры Николай Пестов етәкләгән беҙҙең командаға Өфө һәм Бөрө ҡалаларындағы туристик клубтарҙа, үҙәктәрҙә тәрбиәләнеүселәр, республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеүселәр, призерҙар, шулай уҡ тренерҙар һәм судьялар инде.