Беҙҙекеләр һынатманы28.05.2013
Анапала Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә арналған VI Асыҡ Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр көрәш сәнғәте уйындары тамамланды. Унда Рәсәйҙең 70 төбәгенән 5 меңдән ашыу спортсы ҡатнашҡайны.
Республикабыҙҙан әлеге сараға 150-нән ашыу спортсы барҙы. Башҡортостандың йыйылма командаһы һигеҙ федерация вәкилдәренән тупланғайны. Һөҙөмтәлә командабыҙ ярайһы уҡ ҙур уңышҡа өлгәште.
Өсөнсө йыл инде Башҡортостан спортсылары дөйөм команда иҫәбендә уйын призерҙары араһына инә. Шулай ҙа Рәсәй Көрәш сәнғәте союзының Башҡортостандағы филиалын былтырғы эш йомғаҡтары буйынса илдә иң яҡшыһы тип таныуҙары төп уңыш булды.


Вернуться назад