Делегация юғары баһа алды25.05.2013
Һарытау өлкәһендә “Туриада-2013” спорт-туристик лагеры эшен башланы. Һарытау өлкәһе губернаторы Валерий Радаев, “Туриада-2013” лагерында ҡатнашыусылар менән танышҡанда, Башҡортостан вәкилдәренең туристик туҡталҡаһын юғары баһаланы.

Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкил Михаил Бабич етәкселегендә Рәсәй Президентының ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған ошо әһәмиәтле проектта ҡатнашыусылар алдында киң мөмкинлектәр асыла.
Ярыш программаһында спортсылар төрлө кимәлдәге трассаларҙа көс һынашасаҡ, һөнәри әҙерлеген күтәрәсәк. Конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре тормошта һәм туризмда ижад өсөн илһам табырға ярҙам итәсәк. Сараға ярашлы туризмға ҡағылышлы белем бәйгеһе, “Яратам һине, Волга буйы” фотоконкурсы, велоралли ойошторолдо.

А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад