Батыр егет — ил даны25.05.2013
Батыр егет — ил даныЯңыраҡ Стәрлебашта яугир-интернационалист Наил Рәжәпов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ турнир булды.

Район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров турнирға йыйылыусыларҙы ихлас ҡотланы. Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй федерацияһының башҡарма директоры Гөлнур Ҡолһарина милли спорт төрөн үҫтереүгә ҙур көс һалған тренерҙарға — рәхмәт Батыр егет — ил даныхаттары, Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы етәксеһе Тимерйән Рәжәпов иһә йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә тос өлөш индергән бер нисә кешегә миҙал тапшырҙы.
Алыш 13 ауырлыҡ үлсәмендә барҙы. 30 килограмға тиклемге ауырлыҡтағы малайҙар араһында Федоровканан Евгений Борисовҡа тиңләшеүсе булманы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Нур менән Илсур Собханғоловтар бүлеште. Башҡа ауырлыҡтағыларҙан Айнур Собханғолов, Алмас Ишембәтов, Рүзил Сәлишев, Илһам Ҡолһарин, Артур Мәжитов, Альфред Ҡолһарин, Фидан Ҡәйепҡолов, Алмас Ҡолһарин, Айнур Ишекәев, Илмир Ибраһимов, Айбулат Бикташев майҙан батырҙары булып танылды.


Вернуться назад