Ике тәгәрмәстә — 11 саҡрым21.05.2013
Ике тәгәрмәстә — 11 саҡрымБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара велосипедсылар көнөндә ҡатнашты

Өфөнөң Ленин исемендәге майҙаны. Көн һалҡынсараҡ булыуға ҡарамаҫтан, шоҡорайып торған кешене күрмәҫһең. Араларында кескәй генә сабыйҙар ҙа, ветерандар ҙа бар. Хатта республиканың башҡа ҡалаларынан да килеп еткәндәр. Барыһының да кәйефе шәп. Велосипедсылар ярышына быйыл өс меңдән ашыу кеше килгән.

Майҙанға йыйылыусыларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбрикләп:
– Барығыҙҙы ла уртаҡ байрам – Велосипедсылар көнө менән ҡотлайым! Беҙҙең дуҫлыҡ йылдан-йыл арта бара, — тине. — Байрамға былтыр меңләгән кеше йыйылһа, быйыл өс меңдән ашып китте. Был велосипед спортының абруйы артыуы хаҡында һөйләй. Мин һеҙгә иң яҡшы теләктәремде еткерәм.
Ике тәгәрмәстә — 11 саҡрымБына старт бирелде. Республика етәксеһенән һуң башҡалар ҙа алға ынтылды. Велоуҙышсылар ҡабаланмай ғына Конгресс-холға тиклем 11 200 метр оҙонлоғондағы юл үтте.
Һуңынан Рөстәм Хәмитов журналистарға үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты, етәкселәргә киләсәктә велоспортты үҫтереү, төрлө ярыштар ойоштороу йәһәтенән бурыстар ҡуйҙы.
Конгресс-холл янындағы майҙанда дауам иткән тамашаны халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Берәүҙәр фигуралы, икенселәр тиҙлеккә йөрөүҙә оҫталығын күрһәтте. Зирәктәр конкурста, викторинала ҡатнашты, иҫтәлекле бүләктәр алды.

P.S. pdf search


Вернуться назад