Белгород ҡалаһында ирҙәр араһында волейбол буйынса Рәсәй суперлигаһындағы плей-офтың финал уйындары тамамланды.
Был көндө волейбол һөйөүсе яҡташтарыбыҙ ашҡынып көттө. “Урал”дың финалға үтеүе генә лә – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә.
Көсөргәнешле алышта “Белогорье” Рәсәйҙең быйылғы чемпионы булып танылһа, икенсе урында – “Урал”! Шулай итеп, яҡташтарыбыҙ беренсе тапҡыр чемпионаттың көмөш призеры булды. Түбәнге Новгородтың “Губерния”һын 2:0 иҫәбенә еңеп, Ҡазандың “Зенит”ы өсөнсө урын менән хушһынды.
Әйткәндәй, быйыл “Урал”дың баш тренеры Анджиолино Фригониҙың контракты тамамланды. Киләсәккә уй-хыялдары хаҡында ул:
– Әлегә өҙөп кенә бер нәмә лә әйтә алмайым, әммә бында ҡалыу миңә ауырыраҡҡа тура килер, сөнки ғаилә проблемалары күп, улым вафат булды. Ғөмүмән алғанда, Өфөлә эшләүгә шатмын, һөҙөмтә менән дә ҡәнәғәтмен. Был – команда өсөн иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе, – тине.