Үҙгәрештәр хәйерлегә булырмы?07.05.2013
Быйылғы миҙгелде “Салауат Юлаев” командаһы өсөн әллә ни уңышлы тип булмай, шулай ҙа плей-офта хоккейсыларыбыҙ өмөтлө һөҙөмтә күрһәтә алды. Миҙгел арауығында иһә клуб етәкселеге команданы тағы ла көслөрәк итеү өсөн тырышлыҡ һалырға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта һуңғы үҙгәрештәр икеле уйҙарға этәрә. Миҙгел барышында килгән Штефан Ружичка, Брент Сопел кеүек хоккейсылар яҡшыға өмөтләндергәйне лә бит, ләкин клуб етәкселегенең 2008 йылдан алып беҙҙең өсөн сығыш яһаған һаҡсы Мирослав Блатяк менән килешеүҙе өҙөргә ҡарар итеүе ғәжәпләндерҙе. Үҙен ышаныслы уйынсы булараҡ танытҡан был чехҡа яңы клубты оҙаҡ эҙләргә тура килмәне: ул киләһе йылда Омск “Авангард”ы өсөн сығыш яһаясаҡ.
Шуныһын билдәләргә кәрәк: КХЛ-да легионерҙар (сит илдән килгән уйынсылар) өсөн лимит бар. Блатяк менән хушлашыу ҙа мәжбүри булмағайы. Баш тренер Владимир Юрзинов командаға көслө снайпер кәрәклеге тураһында фекер белдергәс, бәлки, сит илдән киләсәк ҡеүәтле форвардҡа шул рәүешле урын бушатҡандарҙыр, кем белә.
Шулай уҡ “Торос”тың икенсе тапҡыр Братина кубогын яулауына тос өлөш индергән Артем Гареев менән Сергей Емелин Новокузнецк “Металлург”ы капитаны Александр Мерескинға алмаштырылды. Плей-офф барышында бер тапҡыр ҙа боҙға сыҡмаған (сәбәбен көйәрмәндәр төшөнә алманы) Денис Паршин менән “Торос”тың уйынсыһы Сергей Сентюрин урынына беҙгә “Торпедо”нан Дмитрий Макаров киләсәк. Әйткәндәй, был хоккейсы – беҙҙең клуб тәрбиәләнеүсеһе. “Атлант”тың һаҡсыһы Иван Вишневский ҙа киләһе миҙгелдә “Салауат Юлаев” мәнфәғәтен яҡлаясаҡ.
Клубтың тренерҙар штабында ла үҙгәрештәр бар. Юлаевсыларҙың элекке өлкән тренеры Венер Сафин хәҙер “Толпар”ҙың “теҙгенен тота”.