Братина кубогы – “Торос”та!02.05.2013
Афарин! Булдырҙығыҙ! Был көндә Нефтекаманың “Торос”ы өсөн янып-көйөүселәр ҡыуаныстан ни эшләргә белмәне.

Караганда ҡалаһында Юғары хоккей лигаһының быйылғы чемпионы билдәле булды. Финалдың етенсе, хәл иткес, матчында беҙҙекеләр “Һарыарҡа”ға ҡаршы бик оҫта уйнап, уны 3:0 иҫәбе менән еңде. Был юлы Сергей Сентюрин, Артем Гәрәев, Артем Гордеев елләгән шайбалар туранан-тура дәғүәселәрҙең ҡапҡаһына үтеп китте. Шулай итеп, “Торос” икенсе йыл рәттән Братина кубогына лайыҡ булды. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов еңеүселәргә ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Унда былай тиелә:
“Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе һоҡланғыс еңеүегеҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым! Көсөргәнешле көрәш һөҙөмтәһендә Юғары хоккей лигаһында былтыр яулаған чемпион исемен һаҡлап ҡала алдығыҙ. Үҙенең ғәжәп уйыны менән “Торос” республиканың хоккей һөйөүселәренә ҙур ҡыуаныс килтерҙе. Командала башлыса үҙебеҙҙең Башҡортостан хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүселәре уйнай. Клубтың һәм барлыҡ лиганың еңеүенә генераль бағыусының –“Урал” Мәрхәмәтлек фондының – ҙур өлөш индереүен дә билдәләмәү мөмкин түгел. Команда етәкселәренә, тренерҙар штабына, клуб уйынсыларына һөнәри оҫталығы һәм еңеүгә ынтылышы өсөн рәхмәтлемен, шулай уҡ яратҡан командабыҙҙың көйәрмәндәренә ҙур рәхмәт белдерәм. Киләһе миҙгелдә лә “Торос” хоккей лидерҙары рәтендә булыр, тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм спортта яңы еңеүҙәр теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты
Рөстәм Хәмитов”.


Вернуться назад