"Салауат Юлаев" хоккей клубы 50 йыллығын билдәләне. "Өфө – Арена"ла үткән тантанаға команданы тәбрикләргә бик күптәр килде. Улар араһында тәүге юлаевсылар, донъя кимәлендә танылған тәрбиәләнеүселәребеҙ, тоғро көйәрмәндәр һәм, әлбиттә, был юлда беренсе аҙымын яһаусы йәш хоккейсылар ҙа бар ине.
Ойоштороусылар байрамға килеүселәргә үҙенсәлекле бүләк тә әҙерләгән: һәр кем Гагарин һәм Рәсәй чемпионы кубоктарын яҡындан ҡарай һәм улар янында иҫтәлеккә фотоға төшә алды. 50 йыллыҡ данлы тарих менән боҙ һарайындағы күргәҙмәлә танышып булды. Йәш көйәрмәндәрҙең үҙҙәренең яратҡан командаһына арналған ижад емеше лә бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Әлбиттә, иң ҡыҙығы боҙҙа булғандыр. Унда сыҡҡан һәр уйынсыны көйәрмәндәр дәррәү алҡышлап ҡаршыланы. Игорь Григоренко, Эрик Эрсберг, Андрей Таратухин, Виталий Колесник, Петр Счастливый һәм башҡалар кисәне алып барыусы Азамат Моратовтың һорауҙарына яуап бирҙе. Юлаевсылар йәш тәрбиәләнеүселәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Эйе, чемпиондарҙан күнекмә алыу бик бәхетлеләргә генә тәтей торғандыр инде!
Бына уларға ла үҙ оҫталығын күрһәтергә ваҡыт етте: боҙға көс һынашырға "Салауат Юлаев" менән "Торос" командаларының йәш тәрбиәләнеүселәре сыҡты. Осрашыу көсөргәнешле барҙы, ике яҡ та ныҡыш булып сыҡты. Шулай ҙа беҙгә Өфөнөң йәш уйынсылары еңеү бүләк итте.
Көйәрмәндәргә уйынсылар менән яҡындан аралашыу бәхете тейҙе. Юлаевсылар ҡулынан автограф алырға, иҫтәлеккә фотоға төшөргә теләүселәр, әлбиттә, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ине. Шулай ҙа уйынсылар ҙур түҙемлелек күрһәтте, бер кемдең дә теләген кире ҡаҡманы.
Әммә иң ҡыҙығы алда булған икән! Бына "Салауат Юлаев" командаһының данын яулаусы ветерандар боҙҙа күренде. Һәр береһен көйәрмәндәр алҡышлап ҡаршыланы. Уларҙың хеҙмәте республика етәкселеге тарафынан да билдәләнде. "Салауат"та 14 миҙгел уйнаған һәм 342 шайба индергән Владимир Быковҡа, 12 миҙгелдә 186 шайбаны "сәпәгән" Николай Заварухинға, ун миҙгел эсендә көйәрмәндәрҙе 189 тапҡыр шәхсән ҡыуандырған Геннадий Казаковҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Константин Полозов менән Александр Семак "Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн" билдәһе менән бүләкләнде. Ә Руслан Сөләймәнов “Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ тип табылды.
Бер аҙҙан "Өфө-Арена" боҙо ветерандар һәм көйәрмәндәр командаларының көс һынашыу майҙанына әүерелде. Йылдар үтеү менән оҫталыҡ юғалмай икән, уйын нигеҙҙә көйәрмәндәр ҡапҡаһы яғында барҙы. Шулай ҙа иҫәпте тап улар асты. Ниһайәт, ветерандар командаһының һаҡсыһы, "Салауат"тың баш тренеры Венер Сафин ҡаршы ҡапҡала "ҡыҙыл ут" яндырҙы. Бынан һуң уларҙы тыйып тороу мөмкин түгел ине. Мауыҡтырғыс көс һынашыу ветерандарҙың 11:3 иҫәбенә еңеүе менән тамамланды.
Эйе, ҙур байрам үтте баш ҡалала. Меңәрләгән көйәрмәндең ҡотлауынан боҙ һарайы шаулап торҙо. 50 йыллыҡ тарихы булған, башҡорт халҡының бөйөк батырының исемен йөрөткән командаға дан йырланды был кистә. Башҡортостандың төрлө райондарынан спорт һөйөүселәрҙең эркелеп килеүе лә күпте һөйләне. Тимәк, был команда өсөн Өфө генә түгел, ә бөтөн республика “ауырый”. Көйәрмәндәрҙең күңеленән сыҡҡан иң изге теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ: тыуған көнөң менән, "Салауат"! Тыуған көнөң менән, чемпион!
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.