“Торос”, ныҡ тор!25.04.2013
Юғары хоккей лигаһының финал уйындары дауам итә. Унда Нефтекаманың “Торос”ы Ҡаҙағстандың Караганда ҡалаһынан “Һарыарҡа” менән көс һынаша.

Был команданың ҡеүәте – иртәгәнән КХЛ-да сығыш яһарлыҡ. Әммә “Торос” та төшөп ҡалғандарҙан түгел, былтыр Братина кубогын яулауға өлгәште. Шуға был икәүҙең көрәше бигерәк тә көсөргәнешле. Быны тәүге өс уйын да раҫланы: Карагандала тәүге осрашыуҙа баш эйһәк тә, һуңынан ике тапҡыр еңеүгә өлгәштек.
Дүртенсе уйынды шуға ла көйәрмәндәребеҙ ҙур түҙемһеҙлек менән көттө: ошо осрашыуҙа еңһәк, кубокты алыр өсөн “Торос”ҡа ни бары бер еңеү яуларға ҡалыр ине.
Әммә “Һарыарҡа” быны теләмәне, шуға ла тәүге минуттан уҡ һөжүмгә ташланды. Үткәндәге “ҡоро” еңелеүҙән һығымта яһағандар, ахыры, состав та һиҙелерлек үҙгәреш кисергәйне. Әммә “Торос” үҙ көйәрмәндәре алдында һис кенә баш эйергә теләмәне, ҡапҡасы Владимир Сохатский ҙа үҙенең таһыллығы менән һоҡландырҙы. Шулай ҙа беренсе осор аҙағында иҫәпте ҡунаҡтар асты. Һуңғараҡ “Һарыарҡа” беҙҙең ҡапҡаға тағы бер шайба сойорғотто.
Уйын күптәргә өсөнсө осрашыуҙы хәтерләтте, ләкин хәҙер “Торос” 2:0 иҫәбе менән отолоп килә ине. Беҙҙең хоккейсылар һыр бирмәне, һуңғы секундҡаса көрәште. Һөҙөмтә булды – тегеләр “ҡоро” китә алманы. Шулай ҙа еңеүҙе ҡунаҡтар яуланы һәм финал серияһы иҫәбен тигеҙләүгә өлгәште.
Хәҙер көрәш Карагандаға күсә, унда Нефтекама клубына, һис шикһеҙ, еңеүгә өлгәшергә кәрәк. Ныҡ тор, “Торос”, бирешмә!


Вернуться назад