Биш уҙышсыбыҙ финалға сыҡты20.12.2011
Биш уҙышсыбыҙ финалға сыҡтыҮткән ял көндәре баш ҡаланың спорт һөйөүселәре өсөн тамашаға бай булды. Мотоуҙыш буйынса Рәсәйҙең 52-се шәхси чемпионаты ярымфиналына ла халыҡ күпләп йыйылды. Был көндәрҙә ошондай уҡ ярымфиналдар Ҡурған өлкәһенең Шадринск, Свердловск өлкәһенең Каменск-Урал, Киров өлкәһенең Слободск ҡалаларында уҙҙы.
Дөйөм ярышта Рәсәйҙән 64 спортсы һынау тотто. Башҡортостандың данын Өфөнөң Ғ. Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге, Стәрлетамаҡ ҡалаһының — “Каустик”, Учалының — “Таусы” һәм Күмертауҙың “Сапсан” клубтарынан 15 уҙышсы яҡланы.
Өфөлә ярыштың тәүге көнө тыныс шарттарҙа үтте тиергә була. Унынсы урауҙа ғына көтөлмәгән хәл булды: Саранск спортсыһы Максим Карпухин иң көслө уҙышсылар булып танылған Дмитрий Буланкин менән Андрей Шишеговты үтеп китте. Шулай ҙа уға Буланкинға ҡайтанан юл бирергә тура килде.
Икенсе көндө бығаса үткән чемпионаттар лидеры — Тольяттиҙан Дмитрий Хомицевич алдынғылыҡты бирмәне. Һөҙөмтәлә ул — беренсе, ә туғаны Виталий Хомицевич, 27 балл йыйып, икенсе урынды яуланы. Артабан — Өфөнән Дмитрий Буланкин, Шадринск ҡалаһынан — Александр Родин һәм Саранскиҙан Максим Карпухин билдәләнде.
Дүрт ярымфинал һөҙөмтәләре буйынса Саранскиҙан — биш, Тольяттиҙан — дүрт, Өфөнән — өс, Стәрлетамаҡ менән Шадринскиҙан — икешәр, Благовещенск, Ижевск һәм Луховиц ҡалаларынан берәр уҙышсы финалда бәйге тотоу хоҡуғына эйә булды.
Г. ИРХАНОВА.


Вернуться назад