Горизонталь буйынса: 4. Кешене имандан, юлдан яҙҙыра торған мифик зат; шайтандар башлығы. 7. Популяр спорт фирмаһы. 8 Бадминтон уйынындағы ҡауырһынлы мәшкә. 9. Дзюдоистың кейеме. 11. Бриллиант мәғдәне. 14. Ике радиус. 18. Дмитрий Медведев популярлаштырырға тырышҡан спорт. 21. Зиндан нимә ул? 22. Был спорт уйынсыларының үпкәһенең күләме йөҙөүселәрҙекенән ҡалышмай. 23. Һунарсының саҡсаһы. 24. Ҡалған нәмә, ҡалдыҡ. 25. Америка үгеҙе. 26. Сәс киптергес. 28. Был төньяҡ халыҡтың телендә һуғышты аңлатҡан һүҙ юҡ. 30. Погонлы аспирант. 31. Ялбыр һары сәсле ҡурҡыныс ҡатын-ҡыҙ һүрәтендәге мифик зат. 32. Көслө спортсы. 33. Хуш еҫ. 34. Уҡ һалып йөрөтә торған һауыт.
Вертикаль буйынса: 1. Земфира Рамазанова мәктәптә уҡыған сағында был уйын буйынса Рәсәй йыйылма командаһының капитаны булған. 2. Башҡорттоң вигвамы. 3. Спортсылар яратҡан мунса. 5. Африка ағасы. 6. Ислам диненә булған ышаныс. 10. Был уйынды асҡанда беренсе булып Греция командаһы сыға. 12. Канада хоккейсыһының түшендәге ағас япрағы. 13. Көлкө оҫтаһы. 15. Алыҫ Көнсығыш сардинаһы. 16. Ҡаҙағстандағы каток. 17. Был йәнлек элек Көньяҡ Европала бесәй урынына ҡулланылған. 19. Рональд Рейгандың ҡатыны. 20. Американың “ат каштаны” тип йөрөтөлгән штаты. 24. “Бобслей”ҙың хәрефтәрен бутап, яңы спорт төрө яһағыҙ. 27. Шәмдәл. 28. Ҡысыттырып, ҡутырлатып торған тире ауырыуы. 29. Ҡыҙыл юл. 30. “Ат матуры – (…)да, ҡыҙ матуры – тарханда”.