– Башҡаларҙан тиҙерәк барып етһәм ине.
Был юлы ла аҡ халатлылар ҡабаланды, йүгерҙе... Юҡ, юҡ, бәләгә ҡалыусы янына түгел, ә финишҡа...
Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының спартакиадаһы булды. Унда Башҡортостандың 11 районы һәм Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы командалары көс һынашты. Сәләмәт тормошто пропагандалаған, үҙ миҫалында башҡаларға өлгө, аралашыуға тәжрибә туплауға йүнәлдерелгән спорт ярышы быйыл 11-се тапҡыр үтә.
Бына сәмле алыш башланды. Берәүҙәр Ҡолоҡас ауылы янындағы “Ирәндек” балалар ял лагеры базаһына йүнәлһә, икенселәре Таһир Кусимов исемендәге гимназияла көс алышты. Командалар волейбол, йөҙөү, саңғыла йөрөү, шахмат уйнау, дартс һәм атыу буйынса ярышты.
Йәштәр ҙә күп килгәйне. Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр райондарынан “Ауыл табибы” программаһына ярашлы эшкә ҡайтҡан врачтар бихисап ине. Бөрйән үҙәк дауаханаһының профсоюз комитеты рәйесе Рәмзиә Мөхәмәтйәнова әйтеүенсә, улар 14 кешенән торған команданы алып килгән. Йыл һайын спартакиадаларҙа дәррәү ҡатнашыуын, тап ошондай саралар аҡ халатлылар араһында үҙ-ара аралашыу майҙаны булыуын билдәләне. Шулай ҙа Рәмзиә Исмәғил ҡыҙын борсоған проблемалар ҙа юҡ түгел. Уны бигерәк тә районда әлегә тиклем заман талаптарына яуап бирерлек физкультура-һауыҡтырыу комплексының булмауы бошондора. Башҡаларға бындай ярыштарға әҙерләнеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырылһа, бөрйәндәр башлыса үҙ көсө, тырышлығы һәм уларға хас сәм менән алдыра.
Көс һәм таһыллыҡ, дәрт тантана иткән ерҙә һәр кемдең еңеүсе һәм беренсе булырға ынтылыуы аңлашыла. Шуғалыр ҙа ҡайһы бер командалар составында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенән йыраҡ торған спортсыларҙы индереү осраҡтары ла теркәлде. Көньяҡ-көнсығыш төбәк буйынса беренсе урынға асҡарҙар сыҡһа, икенсе һәм өсөнсө урынды Баймаҡ менән Мораҡ дауаханалары уртаҡлашты.
Дөйөм команда иҫәбе буйынса Ҡыуатов исемендәге клиника дауахана беренсе, Асҡар – икенсе, Баймаҡ өсөнсө урынды алды. Еңеүселәрҙең барыһына ла Әбйәлил эшҡыуарҙары әҙерләгән бүләктәр, дипломдар, кубоктар тапшырылды.
Киләһе йыл медик-спортсылар Йылайыр районында осрашасаҡ.