Герой иҫтәлегенә — волейбол ярышы18.04.2013
Герой иҫтәлегенә — волейбол ярышы2008 йылдың 10 апреле Әбйәлил районының Амангилде ауылында йәшәгән Гүзәл менән Нурислам Баҡыевтарҙың ғаиләһенә ҙур ҡайғы алып килде. Улдары, Ҡазан юғары хәрби-танк училищеһы курсанты Вадим Баҡыев, хәрби полигонда батырҙарса һәләк булды.

Төнөн бәрелеш урынына юл тотҡанда ни сәбәптәндер танктың янғын һүндереү системаһы эшләй башлай. Вадим юғалып ҡалмай, газдан иҫен юғалтҡан иптәштәрен саф һауаға сығарып өлгөрә, тик үҙенә, экипаж командирына, ярҙам өлгөрмәй. Хәрбиҙәр ғаиләһендә тыуып үҫкән егет үҙ бурысын намыҫлы үтәй. Үлгәндән һуң уға, Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың Указына ярашлы, Рәсәй Геройы исеме бирелә.
Ауылдаштары Вадим Нурислам улын бөгөн дә тик яҡшы яҡтан иҫкә ала. Ул тамамлаған мәктәпкә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды, ә бынан өс йыл элек класташы Айнур Ҡужәхмәтов, уның иҫтәлегенә волейбол ярышы үткәреп, изге йоланы башлап ебәрҙе. Ярыштар район һәм республика кимәлендә уҙғарылып килә. Күптән түгел сираттағы волейбол ярышы Өфө урман хужалығы техникумында үтте. Уны геройҙың дуҫтары Айнур Ҡужәхмәтов менән Фуат Дәминдәров ойошторҙо. Сараға Башҡортостанда уҡыусыларҙы физик тәрбиәләү һәм Олимпия резервына әҙерләү идаралығы башлығы Рәшит Кәримов, Әбйәлил районы хакимиәтенең физкультура, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Ирек Мусин, Вадим Баҡыевтың ата-әсәһе, туғандары килде. Бөтәһе алты команда кубок өсөн көс һынашты.
Ярыш бик көсөргәнешле булды. Шулай ҙа беренсе урын һәм күсмә кубок Әбйәлил районында ҡалды, икенсе урын — күгәрсендәрҙә, өсөнсө урынды Баймаҡ волейболсылары яуланы. Сараға тамаша ҡылыусылар ҙа тәьҫораттарҙан ҡәнәғәт ине.
— Беренсе сиратта Вадим улыбыҙҙың класташы Айнур Ҡужәхмәтовҡа ошондай изге эш башҡарғаны өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Шулай уҡ матур, таҙа спорт залы менән тәьмин иткән, йылы ҡаршы алғандары өсөн урман хужалығы техникумы етәкселәренә, концерт менән дәртләндереүсе артистарға, ойоштороусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, — тине Нурислам Баҡыев.
Сараның маҡсаты изге — йәштәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалау һәм хәрби бурыс үтәгәндә һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ...


Вернуться назад