Әрмелә лә һыр бирмәй башҡорт һалдаты18.04.2013
Әрмелә лә һыр бирмәй башҡорт һалдатыИлдар Моратов менән Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында уҡып йөрөгән сағында уҡ таныш инем. Диплом алғас та әрме сафына баҫты егет. Был яңылыҡтан дуҫым өсөн хафаланманым – һәр һабантуйҙан һарыҡ күтәреп ҡайтыр батыр «әрме һурпаһы»н да әсе тип тормаҫы алдан билдәле ине, минеңсә. Һәм яңылышманым, хеҙмәтенең тәүге айҙарында уҡ сос, тырыш, белемле һалдат булараҡ командирҙары һәм иптәштәре алдында абруй ҡаҙанып өлгөрҙө ул, әле лә өлгө итеп ҡуялар үҙен.

Бынан ете мең саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Хабаровск ҡалаһында Оборона министрлығының баш разведка идаралығының махсус батальонында хеҙмәт итеп йөрөй көрәшсе егет. «Ай-һай, бындай ергә иң-иңдәр генә эләгә», – тигәс, «Спорт менән дуҫ булһаң, бер ни түгел», – тип, элиталы ғәскәрҙә хеҙмәт итеүенең серен аса Илдар. Ысынында иһә спорт менән дуҫ ҡына түгел башҡорт һалдаты. Маҡтағас, маҡтайым әле Ватан һаҡсыһын: милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастерлығына кандидат, шул уҡ спорт төрө буйынса Рәсәй беренселегендә 2010 йылда – III урын, 2011 йылда – II урын яулаусы, өс тапҡыр республика чемпионы, Башҡортостандың милли көрәш буйынса йыйылма командаһы ағзаһы булараҡ билдәле Илдар Моратов. Бына ниндәй әҙерлек менән барҙы ул хәрби хеҙмәткә!
Әйткәндәй, дуҫым әрмегә барғас та еңеүҙәрен дауам итте. Ҡул һуғышы буйынса разряд алһынмы, йә парашют менән һикереүҙә отличникмы, сержант исеме лә теләһә кемгә бирелмәй.
Әммә әрменең үҙ ҡанундары, үҙ ауырлыҡтары. Тәнең сәләмәт булып та, йәнең зәғиф икән, төрлө ҡыйынлыҡтар алдында һынып төшөү бер ни тормай. Тик Илдар бирешә торғандарҙан түгел! Тәне лә, йәне лә сәләмәт уның. Ата-әсә, мәктәп һәм институт биргән тәрбиә, башҡорт рухы Ватанының ысын һалдаты итә.
– Әле иртәнән кискә тиклем уҡыуҙар (учениелар) бара. Йә парашют менән самолеттан һикерәбеҙ, йә автоматтан атабыҙ, шартлы рәүештә яу яланы ла ойоштора командирҙар. Кис ҡайтабыҙ ҙа ҡул һуғышы секцияһына йүгерәбеҙ. Хатта тыуған яҡты, ата-әсә һәм һөйгән йәрҙе һағынырға ваҡыт та юҡ, – тип, һыр бирмәҫкә тырыша һалдат сираттағы шылтыратыуында.
…Әле Илдарҙың хеҙмәте тамамланыуға 4 ай ҡалды. Ваҡыт «һә» тигәнсе үтер ҙә китер, имен-аман әйләнеп ҡайт тыуған яҡтарыңа, һалдат дуҫым!


Вернуться назад