Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә лә, спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны артҡандан-арта. Көйөргәҙе тарафтарында ла шулай. Район хакимиәтенең физкультура, спорт һәм туризм буйынса баш белгесе, гер күтәреү буйынса Рәсәй чемпионы Василий Копылов был хаҡта түбәндәгеләрҙе һөйләне:
— Айырыуса футбол, хоккей, баскетбол, волейбол кеүек уйын төрҙәре киң үҫеш ала. Тәүге осорҙа бөтә мәктәптәрҙән спорттың был төрҙәре менән мауығыусылар һайлап алынды, бәләкәйҙәр, үҫмерҙәр, өлкәндәрҙән торған айырым командалар ойошторолдо.
Тәүге ҙур уңыш былтыр яуланды – республикабыҙҙың ауыл футбол командалары араһында чемпион булыуға өлгәштек: Краснодар өлкәһенең Ейск ҡалаһында ун алты команда ҡатнашлығында уҙғарылған Бөтә Рәсәй ярыштарында 9-сы урынды алдыҡ. Ә быға тиклем ун һигеҙ йыл дауамында гел Өфө районы командаһы еңә торғайны.
Тағы бер тос еңеүебеҙ ғинуар айында Шишмәлә уҙғарылған СССР-ҙың бөйөк тренеры Тарасов исемендәге Бөтә Рәсәй “Алтын шайба” турнирында чемпион исеме яулау булды. Әйткәндәй, “Сокол” тип аталған хоккейсылар командаһын бик һәләтле тренер Александр Соколов етәкләй. Үкенескә ҡаршы, шул уҡ Краснодар
өлкәһендә үткән Рәсәй ярыштарына бара алманыҡ, аҡса булманы. Ҡырмыҫҡалыла уҙған Башҡортостандың үҙәк, көньяҡ, көнсығыш төбәктәре араһындағы балалар хоккей лигаһында ла беренсе урынды алдыҡ. Был тәңгәлдә хоккей командаһына ҙур ярҙам күрһәтеүсе район ҡулланыусылар йәмғиәте етәксеһе Рәсимә Бабченконы билдәләге килә. Тренер Роман Барановский етәкселегендәге баскетбол командаһы ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә: былтыр республика ярыштарында – икенсе, ҡалалар араһында өсөнсө урынға сыҡты.
Спорт менән шөғөлләнеүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуы ла һөйөндөрә. Гер күтәреү буйынса өс үҫмеребеҙ – Алексей Андреев, Дмитрий Иванов һәм Валерий Леонтьев — республика йыйылма командаһы составына алынды. Сорғотта үткән Рәсәй беренселегендә Павловка урта мәктәбе уҡыусыһы (тренеры – Юрий Николаев), спорттың ошо уҡ төрө буйынса рекорд ҡуйып, Германияның Гамбург ҡалаһында уҙасаҡ Европа беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.
Төрлө локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарыбыҙ – Яҡуп ауылынан Рафиҡ Сиражетдинов, Айсыуаҡтан Радик Тереғолов, Ермолаевканан Дмитрий Попов – иҫтәлегенә арналған турнирҙар уҙғарыу матур йолаға әүерелде.
Районда ойошторолған спорт сараларында ҡатнашырға теләүселәрҙең йылдан-йыл күбәйеүе лә ҡыуаныслы хәл. Көҙ – йүгереү, ҡыш саңғы буйынса күмәк ярыштарҙа йәше-ҡарты ҡатнаша. Уларҙа, ҡағиҙә булараҡ, өстән алтмыш биш йәшкә тиклемгеләр уҙыша. Еңеүселәр ҙә төрлө йәш төркөмдәренә ҡарап бүләкләнә.