Һай, Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары!18.04.2013
Һай, Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары!Борон-борондан Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары үҙҙәренең саялығы менән дан тотҡан. Бөгөн дә бар ундайҙар. Һыбай яу сабып түгел, ә үҙҙәренең көсө, оҫталығы менән илен данлаусы ҡыҙҙарыбыҙ Наилә Ғәлина, Алина Боҫҡонова хаҡында һүҙем.
Ошо арала улар ауыр атлетика буйынса республика кимәлендәге ярыштарҙа еңеп, Зиннур Боҫҡонов етәкселегендә Сорғот ҡалаһында Рәсәй беренселегендә көс һынашты. Был ярыштан ҡыҙҙар бай тәьҫораттар менән ҡайтты.
– Өфөнән алып Сорғот ҡалаһына тиклем ике тәүлеккә яҡын поезда барҙыҡ. Башҡортостандан уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән бергә 43 кеше юлландыҡ алыҫ сәфәргә. Юлда яңы дуҫтар таптыҡ. Төмән, Силәбе өлкәләрен, Екатеринбург ҡалаһын күрҙек, киңлеге ике саҡрымдан артығыраҡ булған Обь йылғаһы аша үттек. Яңы ерҙәргә, матур ҡалаларға һоҡланып, уңыштар менән ҡайтыуыбыҙға сикһеҙ шатмын, – ти Х класс уҡыусыһы Наилә Ғәлина.
Ә VIII класс уҡыусыһы Алина Боҫҡонованың Рәсәй кимәлендә беренсе тапҡыр сығыш яһауы:
– Ярышты айырыуса тулҡынланып көттөм. Беҙҙе һәйбәт ҡаршы алдылар. “Кедр” ҡунаҡханаһында йәшәнек. Бигерәк тә ярышты асыу тантанаһы оҡшаны. Бейеүселәр, гимнастар сығышы сағыу булды. Ә ярыш Сорғот ҡалаһының педагогия университеты спорт залында үтте. Унда илебеҙҙең 33 төбәгенән көслө, иң һәләтле уҡыусылар йыйылды. Ярыш барышында күп тапҡыр донъя чемпионы Денисовты күрҙек. Рәсәй кимәлендә республикабыҙҙың намыҫын яҡлап, уңышҡа өлгәшеүебеҙгә бик ҡыуандым. Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яуларға теләйем. Ә бының өсөн ныҡ шөғөлләнергә, тырышырға кәрәк.
Наилә менән Алинаның III урынды яулап, бронза миҙал алыуы, Башҡортостан командаһының II урынға сығып, Рәсәйҙең иң көслө спортсылары рәтенә инеүе мәктәп өсөн дә, район, республика өсөн дә – ҙур ҡыуаныс. Спортсы ҡыҙҙарыбыҙ менән ғорурланып, “Афарин” тип кенә әйтергә ҡала. Йырҙарҙа йырлағанса, Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары тыуған илен данға күмеп ҡайтты. Киләсәктә лә яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.


Вернуться назад