Тәүге алтын миҙал16.04.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда ишетеү һәләте буйынса инвалидтар араһында хоккей буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзалары менән осрашты. Улар Финляндияла үткән донъя чемпионатында тәүге тапҡыр алтын миҙал яуланы.

Йыйылма командаға Башҡортостандан туғыҙ уйынсы һәм ике тренер инде. Республика етәксеһе донъя беренселегендә еңеүселәрҙе юғары награда менән ихлас ҡотланы. Осрашыуҙа Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн спортты үҫтереү шарттары тикшерелде.


Вернуться назад