Сәйәхәт дауам итә10.04.2013
6 апрелдә “Барнео” поляр ҡотобонан Бөтә Рәсәй йәштәренең алтынсы экспедицияһы башланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Ул “Динамо” йәмғиәтенең 90 йыллығына бағышланған. Сәйәхәтселәрҙең етәксеһе Матвей Шпаронан тәүге хәбәр килде.

“Бөтәһе лә планға ярашлы бара, – тиелә унда. – Тәүге эш ваҡыты ҡыҫҡа булды – ни бары сәғәт ярым барҙыҡ. Шунан палатка ҡуйып, йоҡларға яттыҡ. Юл таһыллыҡ талап итә – йыһаздарҙы, саңғыны, сананы һәм башҡа кәрәк-яраҡты тикшереп торорға кәрәк.
Был ваҡыт эсендә өс километр ара үттек. Юл матур, күп тар йырындарҙы саңғыны сисеп тормай аша атлап сығабыҙ. Боҙ шыма. Һауа температураһы – минус 18 градус.
Глобустан ҡараһаң, палатка Якутияның Яна йылғаһы тамағындараҡ урынлашҡан. Йоҡлағанда дрейф беҙҙе әҙерәк көнсығышҡа алып киткән. Арктика боҙлоҡтарында һәр ваҡыт дрейфты иҫәпкә алырға кәрәк. Әгәр ул беҙҙең ыңғайға булһа, ҡотопҡа хатта йоҡо ваҡытында алып барасаҡ. Ә ҡайһы саҡ киреһенсә булыуы ла ихтимал – көньяҡҡа һөйрәп алып китеп, үтелгән юлды “ашауы” ла мөмкин.
Билдәле сәйәхәтселәр Матвей Шпаро, Борис Бондарев етәкселек иткән экспедицияла Рәсәйҙең ете төбәгенән ете йәш “динамовсы” ла бар. Алтай крайының Целинное ауылынан 16 йәшлек Владимир Бондарев – шуларҙың береһе.
Сәйәхәт дауам итә.


Вернуться назад