Төньяҡ ҡотопҡа! Саңғыла!09.04.2013
6 апрелдә “Барнео” поляр ҡотобонан старт алған Бөтә Рәсәй йәштәренең алтынсы экспедицияһы шулай тип атала. Ул “Динамо” йәмғиәтенең 90 йыллығына арнала.

Тәүҙә мартта “Ҙур мажаралар” лагерында уҡыу-күнекмә йыйындары булды. Уның һөҙөмтәләре буйынса Арктика киңлегенә сәйәхәткә юллама алған йөҙҙән ашыу кеше араһында 16 – 18 йәштәрҙәге ете егет тә бар. Өфөләге 100-сө урта мәктәптең X “А” класы уҡыусыһы Владислав Яхин – шуларҙың береһе. Уға — 17 йәш.
Экспедицияла ҡатнашыусылар, Төньяҡ ҡотоптоң “һуңғы градусы”на тиклем саңғыла яҡынса 110 километр ара үтеп, унда үҙе йәшәгән төбәктең флагын ҡаҙарға тейеш.
Командаға танылған ҡотоп сәйәхәтселәре, Гиннесстың рекордтар китабы дипломанттары Матвей Шпаро, Борис Смолин етәкселек итә. Сараны Рәсәйҙең Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, “Мажара” мәрхәмәтлек, һауыҡтырыу клубы фонды ойоштора.
Сәйәхәт 15 апрелдә тамамлана.


Вернуться назад