Ғафури районының Сәйетбаба ауылында “Табын” гәзите призына 22-се тапҡыр милли көрәш буйынса бәйге үттеУҙған быуаттың 90-сы йылдары. Илдә ҙур үҙгәрештәр бара. Нисәмә йыл ысынбарлыҡтан ҡоршау эсендә тотолған халыҡ үҙ асылына ҡайта: туған телгә иғтибар арта, мәсеттәр төҙөлә. Нәҡ шул ваҡытта милли көрәште артабан үҫтереү, йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу ниәтенән Ғафури районының “Табын” гәзите призына тәүге турнир ойошторола.
Йыл да оло байрамға әүерелә был көн. Тәүҙәрәк ситтә ҡалған ауылдар, мәктәптәр был сафҡа теләп ҡушыла. Алышты күҙәтергә тип, көрәшселәрҙең яҡындары,
көйәрмәндәр эркелеп килә. Һәр кем ҡапҡа алдында торған тәкәне күреп, был юлы төп бүләк кемгә эләгер икән, тип уйлай.
Сәйетбаба ауылы хакимиәте башлығы Рәмил Латипов, фермер Азамат Ибәтуллин милли көрәшкә иғтибар артыуына ҡыуанып бөтә алмай. Майҙан батырҙарына Ғафури район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов уңыш теләне. Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина “Табын” гәзите редакцияһына (мөхәррире – Мәрхәбә Собханғолова) милли көрәште үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Һәр ауырлыҡ үлсәмендә көрәш ҡыҙыу барҙы. Берәүҙәр – класташы, икенселәр – улы, өсөнсөләр дуҫы өсөн “ауырыны”. “Биле йомшағыраҡтар” тәүге алышта уҡ төшөп ҡалды, иң көслөләр финалда осрашты. Ниһайәт, бәйгенең көтөп алынған мәле етте: абсолют чемпион исеменә көрәш башланды.
Барса халыҡ Алмас Рәхимов менән Айгиз Зәйнетдиновтың алышын күҙәтә. Әммә оҙаҡ айҡашырға тура килмәне егеттәргә: таһыллығы менән айырылып торған Айгиз дәғүәсеһен күҙ асып йомғансы тигәндәй “таҙа”ға һелтәне. Унан, Салауат Ибәтуллинды ла еңеп, абсолют чемпион исеменә лайыҡ булды.
Залда кемдер:
— Ҡайҙан икән? – тип Айгиз Зәйнетдиновтың сығышы менән ҡыҙыҡһынды.
Еңеүсене ҡотлап, үҙе менән танышам. Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуып үҫкән Айгиз бөгөн Стәрлетамаҡтағы физик культура институтында белем ала икән. Бығаса Рәсәй турнирҙарында ла еңеү яулаған батыр көрәш менән бәләкәйҙән дуҫ, спорт мастерлығына кандидат. Ошоғаса нисә тәкә алыуын һорайым.
— Хәҙер иҫәбен дә белмәйем, – тип йылмая егет. – Быйыл ғына туғыҙынсыһын алдым.
Ауыл биләмәләре араһында Красноусолға тиңләшеүсе булманы. Икенсе урында – Сәйетбаба, өсөнсөлә – Ҡауарҙы. “Иң өлкән көрәшсе” тип танылған Юлыҡ батыры Уразбай Собханғолов, “Башҡортостан” гәзитенә ярты йылға яҙылыу хаҡында квитанция менән бүләкләнгәс:
— Ҡайһылай шәп булды! Гәзитте яратып уҡыйым, – тип ҡыуанды.
Өлкәндәр араһында Урал Ибәтуллин, Айгиз Зәйнетдинов иң көслөләре ине.
Әүәл-әүәлдән халҡыбыҙ балаларын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләгән, сөнки бөтә нәмәгә нигеҙ сабый саҡта һалына. Турнирҙа өлкәндәр менән йәнәш малайҙарҙың ҡатнашыуы – йәш быуын өсөн үҙе бер мәктәп. Сос, отҡор үҫмерҙәр ағайҙарының һәр хәрәкәтен, алымын күҙәтә. Ярышҡа балаларҙың йылдан-йыл күберәк ылығыуы ҡыуандыра, әлбиттә. Красноусол башҡорт гимназияһынан Альфред Мәүлетҡолов бәйгегә биш уҡыусыһын алып килгән. Былтыр ҙа уның тәрбиәләнеүселәре айырылып тора ине, был юлы ла һынатманылар. Үҙ ауырлығында Айҙар Нәзиров, Илназ Шәйәхмәтов, Айрат Бәхтиәров, Юлай Мөхәмәтдинов чемпион булды, призерҙар ҙа бар. “Иң йәш көрәшсе” тигән махсус призға эйә булған Рәшит Абдуллин да — ошо белем усағынан.
Шулай итеп, сәмле алышта уҡыусылар араһында тәүге урынды гимназияныҡылар яуланы. Икенсе урынға сәйетбабалар сыҡһа, өсөнсө – Үзбәк мәктәбе. Абсолют еңеүсе – Анатолий Маркисов.
Ханнан БАЙБУЛДИН, хеҙмәт ветераны, элекке уҡытыусы: — Милли көрәш – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Бәләкәй генә балаларҙың да сәмләнеп алышыуына һоҡланып ултырҙым. Бер ҡараһаң, ярыш өсөн әллә ни сығым да талап ителмәй, бары келәм менән тренер кәрәк. Тик бына тренерҙарҙың эш хаҡын арттырғанда, һәйбәт булыр ине, тип уйлайым.
Азамат ИБӘТУЛЛИН, фермер:— Көрәш – ул үҙе тәрбиә алымы. Спорт менән шөғөлләнгән баланың ни эшләргә белмәй күҙе тоноп, урам ҡыҙырып йөрөргә ваҡыты ҡалмай. Икенсенән, көрәш егеттәрҙә үҙ-үҙеңә ышаныусанлыҡ, сыҙамлылыҡ тәрбиәләй. Быны мин үҙемдән сығып әйтәм. Ике улым да бәләкәйҙән көрәш менән мауыҡты, хәҙер – бына тигән егеттәр.
Альфред Мәүлетҡолов, тренер:— Быйыл да уҡыусыларым һынатманы. Был үҙенән-үҙе килгән уңыш түгел. Һәр еңеү – өҙлөкһөҙ күнекмәләр, түҙемлек емеше.