Йылдамлыҡ талап ителә17.12.2011
Республика йортонда Балаларҙың VI Халыҡ-ара ҡышҡы уйындарын ойоштороу буйынса комитеттың ултырышы булды. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә үткән мөһим һөйләшеүҙә республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар, төрлө ойошмалар етәкселәре, Мәскәүҙән вәкилдәр ҡатнашты.
Бөгөнгә ҡаланың спорт ҡоролмаларын рәтләү, яңыларын төҙөү буйынса эш башланған, сараның эмблемаһына конкурс иғлан ителгән. Ярышты мәҙәни йәһәттән биҙәү, мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртыу, ҡатнашыусыларҙың һаулығын һаҡлау хаҡында эшлекле һөйләшеү барҙы.
— Алда хәл итәһе бурыстар күп, шуға ла бер айҙан ойоштороу комитетының сираттағы ултырышы буласаҡ. Йылдамлыҡ талап ителә, — тине Президент Рөстәм Хәмитов.
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад