Батыр келәмдә һынала28.03.2013
Иглиндә йәштәрҙең билбаулы көрәш буйынса республика беренселеге булды

Батыр келәмдә һыналаЯрыш башланырға апаруҡ ваҡыт ҡалһа ла, республикабыҙҙың 16 ҡала һәм районынан йыйылған егеттәр, ҡыҙҙар ҡасабаның спорт-һауыҡтырыу комплексында мәж килә. Берәүҙәре алыҫ юлдан һуң тәнен яҙа, күнекмәләр эшләй, икенселәренә тренерҙары һуңғы кәңәштәрен бирә.

Таһыллы йәштәребеҙ бар

Ана, бер төркөм егет тора. Танышабыҙ. Учалы спорт мәктәбенән килгәндәр. Тренерҙары – Айбулат Сафин. Рәсәйҙә милли көрәш буйынса тәүге урынды яулаған уҙаман бер нисә йыл элек кенә Себерҙән тыуған яғына ҡайтып, эшкә тотонған икән.
– Билбаулы көрәш менән икенсе йыл ғына шөғөлләнәбеҙ, шуға ла әллә ни уңышҡа өмөтләнмәйбеҙ, – тине ул. – Ә былай егеттәр тырыш, сәмсел, күнекмәләргә яуаплы ҡарай.
Республиканың Милли һәм билбаулы көрәш федерацияһы рәйесе Вәкил Ильясов һуңғы йылдарҙа был спорт төрөнөң ныҡлап таралыуы хаҡында һөйләне:
– Бында ирекле көрәштең күп кенә алымдары ҡулланыла. Мәҫәлән, дәғүәсегә аяҡ салырға рөхсәт ителә, күтәреп, йәбешеп, йығып, арҡаға һалырға ла ярай. Батыр келәмдә һыналаШуға ла ул йәштәрҙе күберәк ылыҡтыра. Йыл әйләнәһенә 50-гә яҡын бәйге үткәрелә. Бындай ярыштар, әлбиттә, үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Спортсыларыбыҙ Рәсәй, Европа, донъя күләмендәге алыштарҙа уңышлы сығыш яһай.
Ул арала теҙелергә команда булды. Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Йосопов, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Велмир Аҙнаев, Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина ҡотлағандан һуң, йәш батырҙар келәмгә сыҡты.

Мәләүез егете — чемпион!

Ярыш ярыш инде, зал геүләп тора. Һәр район, ҡала үҙенең вәкилен иң шәбе, иң көслөһө итеп күрергә теләй. Судьялар ғына түгел, дуҫтары ла көрәшселәрҙең һәр хәрәкәтен етди күҙәтә, ҡайһылары хатта, хәрәмләшә ҡалһалар тип, видеоға төшөрөп ултырҙы.
Һәр ауырлыҡ үлсәмендә алыш көсөргәнешле барҙы. Ә инде Ҡыйғы егете Артур Зөлҡәрнәевтең сығышы тәүҙән үк барыһының иғтибар үҙәгендә булды. Ни Батыр келәмдә һыналатиһәң дә, ике тапҡыр донъя чемпионы бит ул! Былтыр хатта Бразилия һынлы Бразилияла барыһын дер һелкетеп ҡайтты. Тәүгеләрендә дәғүәселәре Вадим Солтанов, Герман Марк, Дәүләт Ғәмәловты “таҙа”ға еңде.
Финалда Артур Мәләүез егете Фәрит Мөрсәлов менән осрашты. Күптәр эстән генә: “Хәҙер Артур быныһын да анһат ҡына һелтәп, чемпион булыр”, – тип уйлағайны ла, әммә Фәрит тә шунда уҡ үҙенең кем икәнлеген күрһәтә башланы. Уның иҫәбенә бер, унан ике мәрәй яҙылды. Йәнә өҫтәлде. Чемпион булып Фәрит танылды. Егеттәр араһынан:
– Афарин, – тигән тауыш ишетелде.

Батыр келәмдә һынала“Егеттәр менән көрәшәм”, – ти башҡорт ҡыҙы

Быға тиклем дә Гөлсинә Ишмырҙина исемле көрәшсенең уңыштары хаҡында хәбәрҙар инем. Халыҡ-ара, донъя кимәлендәге ярыштарҙан ҡайтып инмәй тиерлек. Бер ерҙән дә буш ҡул менән әйләнгәне юҡ уның.
Көҙ Өфөләге Донъя кубогында өсөнсө урынды алғайны. Ҡайһы бер гәзиттәрҙә уны – Туймазынан, икенселәрендә Ейәнсуранан тип яҙҙылар. Шуға ла Гөлсинәнең Роксана Замялиева менән келәмгә сығыуын иғлан иткәс, ҡолағым “ҡарп” итеп ҡалды.
Бына көрәш башланды. Бер яҡта – туймазылар, икенсе яҡта октябрьскийҙар геү килә.
– Әйҙә, әйҙә, Гөлсинә!
– Роксана, Роксана!
Шулай ҙа Гөлсинәнең таһыллығы тәүге минуттарҙа уҡ күренде. Хәйләкәрлеге лә бар: яҡшы һаҡлана, билен бирергә теләмәй. Техниканы һәйбәт белә. Унан күҙ асып йомғансы дәғүәсеһен алып һелтәмәһенме!
– Ну шәп иттең! – туймазылар уны ҡеүәтләп, ҡул сапты.
Сая ҡыҙҙы күреп һөйләшергә ашыҡтым.
– Ейәнсура районының Иҙәш ауылынанмын, – тип таныштырҙы ул. – Беҙҙә эш булмағас, биш йыл элек ғаиләбеҙ менән Туймазыға күсеп килдек. Атайым менән әсәйем, ҡуртымға ер алып, ҡыяр үҫтерә.
Туймазыла һылыуҡайҙар араһында берҙән-бер көрәшсе Гөлсинә. Әле ҡалалағы педагогия колледжының өсөнсө курсында уҡый.
– Ҡыҙҙар булмағас, кемдәр менән көрәшәһең һуң? – тип һорайым.
– Егеттәр менән.
– Егеттәр? Имгәнеп ҡуйырмын тип ҡурҡмайһыңмы?
– Юҡсы.
Шуныһы ҡыҙыҡ: секцияға тәүгә килгән егеттәрҙе тренер Ринат Йәнекәев, ошо ҡыҙҙы еңә алһаң, һине алабыҙ, тип Гөлсинә менән көрәштереп ҡарай икән. Ҡыйыу башҡорт ҡыҙын Туймазы халҡы танып-белеп тора.

Берәү ҙә отолманы

Сәмле алышта һәр төбәктең, һәр кемдең мөмкинлеген тоҫмалларға була ине. Айырыуса Октябрьский, Туймазы, Өфө, Мәләүез йәштәре үҙҙәренең өҫтөнлөгөн күрһәтте. Финалда башлыса ошо төбәк батырҙары көс һынашты.
Егеттәрҙән Өфөнән Вадим Хисмәтуллин, Дмитрий Поварешкин, Октябрьскийҙан Артур Шәрәфетдинов, Дмитрий Борисов, Николай Шәһәбетдинов, Мәләүездән Фәрит Мөрсәлов, Туймазынан Айнур Сыртаев чемпион исеменә лайыҡ булды. Ҡыҙҙар араһында Өфөнән Анжела Петрова, Динә Сәйфуллина, Октябрьскийҙан Эльвина Ғарифуллина, Алина Рамазанова, Туймазынан Гөлсинә Ишмырҙина иң көслөләре булып танылды.
Учалылар ҙа насар сығыш яһаманы. Үҙ ауырлығында Заһит Шакиров пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде. Рөстәм Вәлиев, Азамат Дауытов – көмөш, Дамир Ғафаров бронза миҙал яуланы. Чемпиондар ошо көндәрҙә Ҡарасәй-Черкес Республикаһында үтәсәк Рәсәй беренселегендә төбәгебеҙ данын яҡлаясаҡ.
Призға лайыҡ булмаған көрәшселәр ҙә отолманы. Улар был ярышта үҙҙәренең һәләтен һынап ҡараны, артабан оҫталыҡтарын камиллаштырыу йәһәтенән нисегерәк эшләргә кәрәклеген асыҡланы.


Вернуться назад