Көрәштек, һынманыҡ22.03.2013
Көйәрмәндәр нисек кенә яҡшыға өмөтләнмәһен, "Салауат Юлаев" өсөн быйылғы миҙгел тамамланды. Ә "Аҡ барыҫ"ҡа ҡаршы етенсе уйын ҡайһылай уңышлы башланған кеүек ине...

Быйыл осрашыу күпкә ныҡышмаллыраҡ үтте, миҙгелде артабан дауам итеүгә лә өмөт ҙур булды. Әммә һуңғы уйын барышында, өс тапҡыр алға сығып та, өҫтөнлөктө барыбер һаҡлай алманыҡ. Әлбиттә, "Аҡ барыҫ" уңайҙы файҙаланды һәм алға сыҡты.
– Командаға быйылғы миҙгел өсөн ныҡлы "дүртле" билдәһе ҡуям, – тине "Салауат Юлаев"тың генераль менеджеры Олег Гросс. Әлбиттә, "Аҡ барыҫ"ты үтә алһаҡ, бындай баһаға лайыҡтар тип бер һүҙһеҙ ризалашырға булыр ине. Миҙгел барышында кисергән ҡатмарлылыҡтар (хатта баш тренер Венер Сафинды вазифаһынан бушатырға тура килде) эҙһеҙ үтмәне, уйынсыларыбыҙҙың еңеүгә ынтылышы ғына Магнитогорск "Металлург"ын бөгөргә, "Аҡ барыҫ" менән етенсе уйынға ҡәҙәр айҡашырға ярҙам итте. "Был ике команданың көрәше финал уйындарына бәрәбәр һәм быйылғы миҙгелдә уға тиңдәр башҡаса булмаясаҡ", – тип белдерҙе хатта Рәсәйҙең абруйлы Sports.ru сайты.
– Командабыҙ һәм беҙгә аҙаҡҡаса ышанған көйәрмәндәребеҙ менән ғорурланам, – тине баш тренер вазифаһын башҡарыусы Владимир Юрзинов. Ысынлап та, ғорурланмаҫлыҡ та түгел шул. Һуңғы минутҡаса ысын команда ғына алыша ала. Гагарин кубогы өсөн киләһе йылда ла көрәшербеҙ тип өмөтләнәйек. Алға, "Салауат", алға, яңы еңеүҙәргә!


Вернуться назад