Мейәс ҡалаһында тыуып үҫкән боксёр Денис Шафиҡов милләттәштәрен һөйөндөрөүҙән туҡтамай. Ул донъя чемпионы титулын яулағанда башҡорт йәмәғәтселеге ҡыуанысын йәшермәне. Бушҡамы ни еңелеү белмәҫ батырға “Сыңғыҙхан” тигән ҡушамат биргәндәр!
Яңыраҡ Мәскәү өлкәһенең Ногинск ҡалаһында үткән Профессиональ бокс буйынса халыҡ-ара турнирҙа йәнә Денис Шафиҡов алышты. Был юлы ул Түбәнге Тагилдан килгән үзбәк спортсыһы Алишер Рәхимов менән осрашты.
Бына ҡамсат бүрек, елән кейгән “Сыңғыҙхан” ҡыйыу аҙымдар менән рингка сыҡты. Тәүге раунд башланғас та, саялығын күрһәтте. Дәғүәсеһенә тын алырға ла ирек бирмәй, дөмбәҫләй генә! Ахырҙа, Алишер еңелә башлауын аңланы шикелле. Сараһыҙҙан, был алым тыйылһа ла, ул билдән аҫҡа һуғып та ҡараны. Ҡағиҙәне боҙғаны өсөн Алишер Рәхимовҡа судьялар тейешле баһаһын бирҙе. Шулай итеп, башҡорт боксёры Денис Шафиҡов йәнә еңеүсе булып танылды.