“Эх!”, “Ух!..”14.03.2013
Бығаса “Металлург”ты бөгөп, Ҡазандағы ике уйында ла “Аҡ барыҫ”тың тешен һанаған “Салауат Юлаев”тың көйәрмәндәре ауыҙында был көндә тәүге һүҙ шул булғандыр.

Матчтың икенсе осоронда уҡ күршеләр юлаевсыларға бер-бер артлы ике “күстәнәс” индерҙе. Уйын аҙағында Петров йәнә өфөләрҙең буш ҡапҡаһына бер шайба елләне. Шулай итеп, өсөнсө уйында “Салауат Юлаев” “Аҡ барыҫ”тан 3:0 иҫәбе менән еңелде.
Был юлы меңәрләгән көйәрмәнен ҡыуандыра алманы юлаевсылар. Өфөнән генә түгел, республиканың башҡа ҡала-ауылдарынан эркелешеп килгән халыҡ кәйефһеҙ генә таралышты. Күңелде ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар биләне. Матчта күршеләргә үҙебеҙҙе күрһәтеү өсөн уңайлы мәле лә сығып торҙо бит. Мәҫәлән, өсөнсө осорҙа. Әммә форсатты файҙалана алманылар. Әллә оҫталыҡ етмәне, әллә дәғүәсе көслө булды. Бәлки, башҡа сәбәптәре лә барҙыр…


Вернуться назад